Ризыҡтар батшаһы28.12.2018

Яңы йыл табынына — хуш еҫле ҡалас.

Икмәк — бөтә ризыҡтарҙың батшаһы, тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, табын түрендә икмәк булһа, күңел дә көр. Көр күңелдә йыр тыуа. Ә инде халҡыбыҙҙа йыр-моңһоҙ байрам табындарын күҙ алдына ла килтереп булмай. Тимәк, икмәк — илһамлы йәшәү сығанағы. Ә инде уны бешереүселәр иң изге һөнәр эйәләре һанала. Ҡандра икмәк комбинатының алтын ҡуллы һөнәр оҫталары хаҡында был һүҙҙәр.

Улар бешергән күпереп тор­ған хуш еҫле күмәс-ҡаластар иң абруйлы табындарҙа ла түрҙә була, иң талапсан конкурс һәм фестивалдәрҙә дан-шөһрәт ҡа­ҙана. Ҡандраның тәмле ик­мәгенең сере ниҙә һуң? Тылсымлы Яңы йыл алдынан ошо серҙе асырға булдыҡ.

Әйҙәгеҙ, бер генә миҙгелгә ауыл­ға, бала саҡҡа ҡайтып ки­лә­йек. Урманда ҡомалаҡ сәскә­һе өлгөрә. Уңған хужабикәләр уны ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп әҙер­ләй һәм икмәкте ҡомалаҡ әсеткеһендә генә бе­шерә. Бындай ҡамыр ҡомалаҡ­тың хуш еҫен һаҡлай, күпереп ҡабара. Хатта ҡайһылыр йортта икмәк беше­рәләр икән, уның хуш еҫе бөтә урамға тарала. Ә хәҙер аҙым һайын тигәндәй икмәк­хана, кибет кәштәләрендә әсеткеләрҙең нин­дәйе генә юҡ... Әммә Ҡандра икмәк комбинаты етештергән ик­мәкте ҡул­ла­ныусылар башҡа­сараҡ баһалай. Дөрөҫөрәге, уны һорап киләләр. Уның тәбиғи тә­ме, хуш еҫе, файҙалы матдәләре күп, икмәк оҙаҡ һаҡлана.

Икмәкханала беҙгә йәнә бер серҙе систеләр. Баҡһаң, ҡамыр тере йән кеүек икән. Ул ҡул йылыһын тойғанда ғына күпе­реп ҡабара һәм тәмле булып бешә. Шуның өсөн, икмәкханала эш за­манса технологияларға ҡорол­һа ла, ҡамырҙы форма­ларға ҡул менән һалалар.

Икмәк бешереүселәр йәнә бер яҙылмаған ҡанунға тоғро­лоҡ һаҡлай – ҡамырға яҡты уйҙар, кү­тәренке кәйеф менән тото­норға кәрәк, сөнки ул кәйефте тойомлай, яҡшылыҡты ғына ҡабул итә, һәйбәт ҡабара. Был үҙе бер мөғжизә бит!

Серҙе беҙгә “Ҡандра икмәк комбинаты” ҡулланыусылар йәм­ғиәте советы рәйесе, Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре Рәлиә Исхаҡова асты. Уның етәксе­ле­гендәге коллектив үҙ продукция­һының сифаты буйынса “Башпотребсоюз” тармағында алдын­ғы урында. Улар бешергән икмәк хәҙер Ҡандраның брендына әүерелде. Ризыҡты хатта күрше Татарстандан да һорап киләләр.

Рәлиә Әғзәм ҡыҙын шул борсой: һуңғы ваҡытта ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә, продукцияны үтемле итергә тырышып, баш­ҡа етештереүселәрҙең икмәген Ҡандраныҡы тип һатыу осраҡ­тары осрай. Әммә бер тапҡыр Ҡандра икмәген тәмләп ҡараған һатып алыусыны алдап бул­маясағына ышана етәксе. Ошондай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн яҡын киләсәктә үҙҙәренең брендын рәсмиләштерәсәктәр.

Предприятие халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланған икмәк-ҡаластың йөҙ төрөн етештерә. Сәксәк, һәр төрлө бәлештәрҙе бешереп кенә өлгөрт! Икмәкхана тәүлек әйләнәһенә эшләй. Үҙҙәренең продукцияһын 400 сауҙа нөктәһенә оҙаталар.

Хәҙер халыҡ сәләмәт туҡ­ланыуға өҫтөнлөк бирә. Пред­приятиеның эшмәкәрлеге ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Ул үҙ продукцияһын юғары сифатлы, экологик яҡтан саф сеймалдан ғына етештерә. Кулинария цехы өсөн кәрәкле йәшелсәне хатта предприятие биләмәһендә, химикаттар ҡулланмайынса, үҙҙә­ре сәсеп үҫтерә.

Бөгөнгө комбинат заманса етештереү-сауҙа комплексы булып тора. Ошо көндәрҙә икмәк­ханаға яңы йыһаздар ҡайтыуын көтәләр. Тимәк, продукция мул­лығын тағы ла арттырырға шарттар тыуасаҡ.

Был осраҡта етәксе Рәлиә Исха­ҡованың эш өсөн янып йө­рөүен, тырышлығын билдә­ләргә кәрәк. Ул күптән түгел Германия­ла эшлекле форумда ҡат­наш­ҡан. Ставрополь крайына сәфә­ре лә бик файҙалы булған. Ундағы традицион “Икмәк байрамы”на илдең иң оҫта бе­шереүселәре йыйыла, тәжрибә уртаҡлаша.

Ә ҡандраларҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе бай. Коллектив “Цен-тросоюз” һәм “Башпотреб­союз”­дың күп кенә дипломдары, Маҡ­тау грамоталары менән бүләк­ләнгән. Предприятиела етеште­релгән беренсе сортлы бойҙай икмәге “Башҡортостан продукты” тигән абруйлы исем алған. Рәлиә Әғзәм ҡыҙының “Ҡулланыу­сылар йәмғиәте тармағындағы күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн” ордены менән бүләклә­неүен дә билдәләйек.

Икмәк бешереү – ул эш кенә түгел, ә талант, ти етәксе. Был осраҡта ул Резеда Иҙрисова, Лүзиә Хәйруллина, Ғәлиә Хәй­рет­динова, Зинфира Хәлитова кеүек һөнәр оҫталарын күҙ уңында тота. Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа предприятие йылды уңышлы теүәлләй. Был йәһәттән кооперация ветерандары – баш хисапсы Ғәлимә Яҡупова һәм уның хеҙмәттәше Роза Хәлиул­линаның тырышлығын билдә­ләргә кәрәк.

Традиция буйынса коллектив йыл һайын Яңы йылға хеҙмәт бүләктәре әҙерләй. Күп төрҙәге бөртөклөләр ҡатнашмаһы ононан бешерелгән “Күп бөртөклө”, юғары сортлы арыш һәм бойҙай ондарынан “Сауҙагәрҙәрсә икмәк” икмәктәре — йыл бүләге.

Эйе, Яңы йылды һәр кем кө­төп ала, һый-ниғмәтле табындар әҙерләнә. Халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы буйынса унда тәү сиратта икмәк ҡуйыла, сөнки ул – йәшәү сығанағы, изге ри­зыҡ, тор­мош муллығы билдәһе. Икмәк етештереүселәр табын­дарыбыҙ һәр саҡ мул, яңы тыуған йыл бәрәкәтле һәм имен булһын тип тырыша.


Вернуться назад