Балаларҙы ҡыуандырҙылар28.12.2018
Яңы йыл алдынан ҡала халҡы өсөн, Ҡыш бабай бүләктәреләй, көн дә тиерлек шатлыҡлы ваҡиғалар тыуып тора. Баймаҡтағы 2-се мәктәп янындағы Сергей Чекмарев исемендәге урамда — сквер, Салауат Юлаев исемендәге проспектта йәнә бер балалар уйын майҙансығы асылды.

Төҙөлөш “Ҡала мөхите” про­граммаһы сиктәрендә тор­мошҡа ашырылды. Әйткәндәй, Баймаҡ ҡалаһы халҡы йыйылышта бар­лығы биш ихатала урамдарҙы яҡтыртыу, алты уйын май­ҙан­сығы төҙөү, күп ҡатлы алты йорт алдында асфальт түшәү һәм дүрт йәмәғәт урынын төҙөк­ләндереү өсөн тауыш биргән. Йыл аҙағына тиклем был эштәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашырылған. Проект­тарҙың дө­йөм хаҡы — 20,4 миллион һум, шуның 17 миллионы — федераль, 3,4 миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленгән.

2-се мәктәп директоры Радмир Иҫәнбаев әйтеүенсә, ошо­ға тиклем мәктәп янында маши­наларҙың ҡуйылыуы уҡыусы­лар өсөн ҙур хәүеф тыуҙырһа, әле скверҙың төҙөлөүе мәктәп­тең тышҡы йөҙөнә матурлыҡ өҫтәгән. “Ата-әсәләр дәрестең тамамланыуын көткәндә скверҙағы матур эскәмйәләрҙә ял итә ала. Артабан мәктәп биләмәһенә ингән ерҙә видеокүҙәтеү урынлаштырыу планлаштырыла. Ана, үҙе­геҙ ҙә иғтибар иткәнһегеҙҙер, белем усағының тирә-яғы тағы ла күркәмерәк күренә. Йә­йәүлеләр өсөн тротуарҙарҙың, машина ҡуйырға туҡ­талҡаның булыуы ла бик уңайлы”, — тине Радмир Фитрат улы.

Салауат Юлаев исемендәге проспектта йәшәгән балалар ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәһенең дә шатлығы сикһеҙ. Шулай булмайынса, йорттары янында бар уңайлыҡтары бул­ған өр-яңы балалар уйын май­ҙан­сығы асылһын әле! Хәҙер кескәйҙәрен әллә ҡайҙа алып йөрөтәһе түгел, эргәлә ҡуйыл­ған бәүелсәктә бәүелһен­дәрме йә булмаһа һырғалаҡта рәхәт­ләнеп эйһендәрме — барыһы ла балаларҙың һаулығын иҫәпкә алып эшләнгән.
Иң мөһиме — бәләкәстәр генә түгел, мәктәп уҡыусылары ла ҡышҡы каникулда яңы тө­ҙөл­гән уйын майҙансығында рәхәтләнеп уйнай, ялдарын матур һәм файҙалы үткәрә. Ысын­лап та, Ҡыш бабай бүлә­ге елле булды баймаҡтарға!



Вернуться назад