Ике байрам бер юлы – шуға күңелдә йылы28.12.2018

“Көмөш инеш” һәм “Яңы Булгаков” биҫтәләрендә фатир асҡыстары тапшырылды.

Яңы йыл байрамы алдынан ғына Өфөләге “һаҡаллы” төҙөлөшкә әйләнгән биш күп ҡатлы торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды – 235 ғаилә фатир асҡысына эйә булды. Торлаҡ хужалары өсөн был ваҡиға, ысынлап та, икеләтә байрамға әүерелде: әле күптән генәме улар алданған өлөшсөләр исемлегендә ине бит.

– Ошо йорттарҙы файҙа­ланыуға тапшырыу Башҡорт­ос­тан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу буйынса хәлде төҙәтеү өсөн күрһәткән йүнәлешенең дөрөҫ булыуын раҫлай, – тине республика­ның Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев яңы фатир хужаларына асҡыс тапшырыу алды­нан. – Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлөшсөләр менән дә, төҙө­лөш компаниялары менән дә ҙур эш башҡарылды. Бөгөнгө иң төп бурыс – йыл аҙағына саҡлы был ике торлаҡ комплексының тағы дүрт йортон файҙаланыуға тапшырыу һәм яңы йылда башҡа “һаҡаллы” объекттар менән эште әүҙем алып барыу.

– Ниндәй тойғолар тип ни... Ниһайәт, күптән көткән үҙ фатирыбыҙға килеп ине­үе­беҙ шатлыҡтан башҡа ниндәй тойғо уятһын, – тип тый­наҡ ҡына йылмая хужа­бикә Регина Сорокина туғы­ҙынсы ҡаттағы фатирына инеп тулған журналистарға. Ә шул уҡ мәлдә тышта подъезд эргәһендә Ләйсән менән Илнур Усмановтар телевидение хәбәрсеһенә интервью бирә ине. Улар, башҡа өлөшсөләр кеүек үк, бер сәғәт самаһы элек кенә фатирҙарын асып ингән икән.

Торлаҡ майҙаны әлегә “ҡаралама” вариантында эш­лән­гән – бүлмәләрҙең ишек­тәре лә, унитаз менән рако­вина ла юҡ, стена ла ялан­ғас, тик был йәштәрҙе ҡур­ҡыт­май, үҙ йортон һәр кем­дең зауығы ҡушҡанса ҡур­саҡ­тай матурлап аласағына шик юҡ.

“Көмөш инеш” биҫтәһен­дәге “литер 7” тип аталған был йорттан һәм “Яңы Булгаков” биҫтәһендәге 8А, 32А, 16Б, 17Б йорттарынан тыш тағы ике объектта әҙерлек эштәре тамамланырға тора. Төҙөлөш ойошмаһы вәкиле раҫлауынса, уларын киләһе йылдың тәүге өс айында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.

Вилорий УГАРОВ,
Өфө районы хакимиәте башлығы:
– Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров даими үткәргән “Төҙөлөш сәғәте”нең йоғонтоһо ҙур. Күреп тораһығыҙ, проблемалы йорттарҙы бер-бер артлы файҙаланыуға тапшырабыҙ, алданған өлөшсөләр менән дә аҙна һайын осрашып торабыҙ. “Юл картаһы”на ҡул ҡуйылған, ҡалған объекттарҙың ҡасан әҙер булыры аныҡ билдәле.


Вернуться назад