“Бүләкте хеҙмәтегеҙ менән яуланығыҙ”28.12.2018

Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Яңы йыл яҡынлаша. Һәр кем ниндәйҙер яңылыҡ, үҙгәреш көтә. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡулынан дәүләт наградалары алған 60 кеше өсөн дә үтеп барған йылдың һуңғы сәғәттәре, ысынлап та, мөғжизә булды.

Бүләкләнеүселәр араһын­да төрлө тармаҡ вәкилдәре – предприятие етәкселәре, дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар һәм уҡытыусылар, табиптар бар ине.

– Сираттағы йыл тамамлана, – тине Радий Фәрит улы “Ҡыш бабай” бүләген алыу­сы­ларға. – Барығыҙҙа ла Яңы йыл кәйефе. Тап ошондай мәлдә дәүләт наградалары тапшырыу – ҡы­уа­ныс­лы күренеш. Ошо мө­һим ва­ҡиға менән барығыҙҙы ла ысын йөрәктән ҡотлайым. Һеҙ был наградаға лайыҡ. Үҙе­геҙҙең оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һайла­ған һөнәрегеҙгә тоғро булы­уығыҙ менән уға өлгәштегеҙ.

Гәзитебеҙҙең әүҙем авторы, профессор, шаҡтай ва­ҡыт Өфө дәүләт сәнғәт инс­титутын етәкләгән Зиннур Нурғәлиндең түшенә төбәк етәксеһе Салауат Юлаев орденын таҡты. “Уралмостострой” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Павел Рябухин да милли батырыбыҙ исе­мен­дәге юғары бүләккә лайыҡ булды. Павел Семенович:
– Социаль мәсьәләләргә генә түгел, бөгөн халыҡ өсөн кәрәк булған юлдар, күперҙәр төҙөүгә лә етди әһәмиәт би­рә­һегеҙ. Һеҙ килгәс, был юҫыҡ­та эш йәнләнде. Беҙҙең кол­лектив республиканы бер ва­ҡытта ла уңайһыҙ хәлдә ҡал­дырманы. Киләсәктә лә тырышып эшләйәсәкбеҙ, – тине.

Радий Хәбиров иһә:
– Был награда һеҙгә йәй көнө Воровский урамы тирә­һенән күпер төҙөй башлауға булышлыҡ итһен, – тигән теләген белдерҙе.

Илеш районы хакимиәте ҡарамағындағы опека һәм попечителлек бүлеге етәк­сеһе Ғәзимә Бәширова – Баш­ҡорт­остандың Почет Гра­мо­таһы, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия уҡытыусыһы Данил Шаһабетдинов “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы” тигән исем менән бүләкләнде. Әбйәлил ра­йонының Әүмеш фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Сәфинә Гәрәева “Баш­ҡортостандың атҡа­ҙан­ған медицина хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды. Бөтә ғүмерен ауылдаш­та­ры­ның һаулығын һаҡлауға ба­ғыш­лаған ханым бүләккә үҙенең генә түгел, яҡташ­тарының да ҡыуаныуын һөйләне.

– Лайыҡлы бүләктәрегеҙ менән тағы берҙе ҡотлайым. Тап һеҙҙең кеүек кешеләр тормошобоҙҙо яҡшыраҡ, сифатлыраҡ, уңайлыраҡ, бәхетлерәк итә. Йортоғоҙға тыныслыҡ, изгелек, именлек теләйем, – тине Радий Фәрит улы.


Вернуться назад