Ҡыш бабайҙар сафҡа баҫты28.12.2018
Баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында сираттағы Ҡыш бабайҙар парады уҙҙы.

Күңелле тамаша шунда уҡ ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итте: йөҙәрләгән Ҡыш бабай “Держава” барабансылар һәм мажореткалар төркөмө менән майҙан буйлап үтте, Өфө мэры Өлфәт Мостафин менән бергәләп баш ҡаланың төп шыршыһында уттар ҡабыҙҙы.

Байрам рухы тирә-йүнде шунда уҡ йәнлән­дереп ебәрҙе, уйындар, ҡаланың ижади коллективтары сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.



Вернуться назад