54 кеше эш тапты28.12.2018
Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә йылдың йомғаҡлау йәрмин­кәһе булып үтте. Был юлы ул иҡти­садтың төҙөлөш тармағына арналды.

Сараға эш эҙләгән 104 кеше мөрәжәғәт итте. Уларға 14 предприятиела буш хеҙмәт урындары тәҡдим ителде. Эш биреүсе менән һөйләшеп танышҡандан һуң, 84 кешенең 54-е эшкә са­ҡырыу алды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт баҙа­рының торошо һәм эшкә урынлашыу буйынса кәрәкле мәғлүмәттәр ҙә бирҙе, килеүселәргә буклет һәм белешмәләр тапшырылды.

Киләһе йәрминкә 2019 йылдың 10 ғинуарын­да сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Өфөнөң Ибра­һимов бульварындағы 47/1-се йортта урынлашҡан Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үтәсәк.


Вернуться назад