Яңы йыл мөғжизәләрен көткән балалар был көндәрҙә шатлыҡлы миҙгел кисерә.
Борай, Балтас, Дыуан, Салауат, Мәсетле, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Благовещен, Балаҡатай райондарынан йыйылған, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә байрам булды. Егерме бала һәм үҫмерҙе Яңы йыл менән ҡотлап, “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Шамил Шәрипов уларға уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләне.
Ҡотлауҙарға Нефтекама ҡалаһындағы реабилитация үҙәге директоры Зилә Гәрәева ла ҡушылды. Байрам тантанаһынан һуң балалар абруйлы ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.