Башҡортостандағы балалар музыка мәктәптәренә 63 пианино бүләк ителә. Мәҙәниәт буйынса IV Республика кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова музыка ҡоралының мәктәптәргә бушлай тапшырылыуы тураһында белдерҙе.
— Рәсәй Президенты күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән балалар сәнғәт мәктәптәренә 63 уйын ҡоралы тапшырыу тураһында килешеү төҙөнө. Әле ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ, — тине министр.
Сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһазландырыу эшен Мәҙәниәт министрлығы алтынсы йыл инде тормошҡа ашыра. Республика уҡытыу-методика үҙәге директоры Лариса Марешова әйтеүенсә, ошо йылдарҙа 58 муниципаль берәмеккә 87 сәнғәт мәктәбе өсөн 124 миллион һумлыҡ музыка уйын ҡоралы тапшырылған.