Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына стоматология ҡорамалдары бүләк итте. Предприятиеның генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин 3,2 миллион һумлыҡ сертификатты дауахана хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа тапшырҙы.
Шулай уҡ райондың барлыҡ 52 фельдшер-акушерлыҡ пункты таусыларҙан беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн приборҙар комплекты алып ҡыуанды.
Учалы тегеү фабрикаһы ла ситтә ҡалманы: уның директоры Фәйрүзә Степаненко аҡ халатлыларға Учалы ҡала дауаханаһы логотибы менән медицина формалары һәм компьютер техникаһы һатып алыу өсөн сертификат тапшырҙы.