Йәнә янғын, тағы ла ҡорбан26.12.2018
25 декабрь төнөндә Благовещен районының Николаевка ауылындағы янғынды һүндереүҙә 40 кеше һәм 25 берәмек техника ҡатнашты.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 48 квадрат метрлыҡ майҙандағы янғын 23 сәғәт 43 минутта һүндерелгән. Фажиғә урынында 1949 һәм 1973 йылғы ике ирҙең кәүҙәһе табылған. Әле унда тәфтиш бүлеге белгестәре эшләй, хәлдең сәбәбе асыҡлана.



Вернуться назад