Бүләк менән инеү тыйыла!26.12.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә парламент бинаһына бүләк менән инеүҙең рөхсәт ителмәүе тураһында белдерҙе.

“Яңы йыл байрамы алдынан “Рәсәй Федерацияһында дәүләт граждан хеҙмәте тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә вазифа бурысын үтәүгә бәйле бүләк алыуҙың тыйылыуы хаҡында иҫкәртмәксемен, – тигән ул. – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға пакет, ҡумта, кәрзин тотҡан кешеләрҙе индермәҫкә ҡуштым. Быны аңлап ҡабул итегеҙ. Депутаттар һәм Секретариат хеҙмәткәрҙәре календарь, блокнот һәм башҡа канцелярия тауарҙары менән тейешенсә тәьмин ителгән. Бүләктәрҙе балаларға тапшырығыҙ. Үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмағыҙ”.




Вернуться назад