Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Унда видеоконференция тәртибендә муниципалитеттар, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Социаль селтәрҙә граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү төркөмө етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, 14 – 24 декабрҙә һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы 168 мөрәжәғәт килгән. Халыҡты, нигеҙҙә, дарыуҙар менән тәьмин итеү, табиптарға ҡытлыҡ, медицина учреждениеларындағы хәл, уларҙың матди-техник йыһазланышы борсой. Шулай уҡ һөт аҙыҡтары кухняһы, санитария авиацияһын үҫтереү, “Ауыл табибы” программаһын тормошҡа ашырыу темаһы ла күтәрелә.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә санитария авиацияһы, вертолет майҙансыҡтарын йыһазландырыу, һауа судноларын хеҙмәтләндереү мәсьәләләре менән шөғөлләнергә ҡушты. Муниципалитет башлыҡтарына киләһе йылдың тәүге кварталында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылды. Март аҙағында ҡала, район етәкселәре үҙ биләмәһенә табиптарҙы йәлеп итеү буйынса эш һөҙөмтәһенә ҡағылышлы мәғлүмәт бирергә тейеш. Һөт аҙыҡтары кухняһына килгәндә, был тема киләһе “Сәләмәтлек сәғәт”тәренең береһендә тикшереләсәк.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы республикала диспансерлау тураһында һөйләне. Нефтекама ҡала дауаханаһының баш табибы Альбина Кузнецова эш биреүселәр менән үҙ-ара эш итеү (шул иҫәптән яман шеште иҫкәртеү) буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Радий Хәбиров бындай тәжрибәне бөтә республика буйынса таратыу бурысын ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ошо мәсьәлә буйынса республика Советының күсмә ултырыштарын үткәрергә тәҡдим итте.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева “Һаҡсыл поликлиника” алымдары тураһында мәғлүмәт бирҙе.