Шахтерҙар бөгөн ерләнә26.12.2018
Соликамсктағы шахтала вафат булған Белорет егете, 41 йәшлек Сергей Игнатенконы бөгөн тыуған ҡалаһында ерләйҙәр.

Яҡындарының теләге буйынса Пермь крайындағы “Уралкалий”ҙың шахтаһында сыҡҡан янғында һәләк булған төҙөүселәрҙең кәүҙәләрен уларҙың тыуған яҡтарына алып ҡайттылар.

Билдәле булыуына, янғын шәмбе теркәлә. Төтөнләнгән шахтанан һигеҙ кешене алып сығалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 364 метр тәрәнлектә булған туғыҙ кеше янына ҡотҡарыусылар барып етә алмай. Яндарына һигеҙ мәртәбә төшөп ҡарайҙар, әммә күп сәбәптәр арҡаһында был килеп сыҡмай. 20 сәғәт үткәс кенә ҡотҡарыусылар кәүҙәләрҙе таба. Вафат булыусылар араһында өс Башҡортостан кешеһе бар. Улар: Белореттан 1977 йылғы Сергей Игнатенко, Өфөнән 1961 йылғы Сергей Томшин менән 1980 йылғы Антон Абрамов.


Вернуться назад