Мәскәүҙә “Уҡыусыларҙы медицинаға йәлеп итеү” федераль йүнәлеште үҫтереү буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Сара координаторҙарҙың һәләтен арттырыу, уҡыусылар өсөн ирекле медицина өлкәһендә махсус программаны үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолдо.
Ике көн барған семинар-кәңәшмәлә фекер алышыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, уҡыусылар өсөн үҫеш программаһы буйынса стратегик сессиялар ойошторолдо. Ошо йүнәлеште үҫтереү буйынса юл картаһы әҙерләнгән.
Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 50-нән ашыу кеше ҡатнашҡан сараға Башҡорт дәүләт медицина университетының “Ирекмән-медиктар” төбәк бүлексәһе уҡыусылары өсөн программа координаторы Ләйсән Хазырова саҡырылды.
Республика бүлексәһенең эшмәкәрлеге юғары баһаланды һәм улар төбәктә “Уҡыусыларҙы медицинаға йәлеп итеү” федераль йүнәлешен тормошҡа ашырыуға индергән хеҙмәт өсөн” Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.