Яҡташтарыбыҙҙың илебеҙ төбәктәрендә ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнашыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ. Ошо көндәрҙә Асҡын районы йәш ғалимдарының Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында сығыш яһауы – маҡтаулы. Мәскәүгә барыусылар араһында Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең директоры Мансур Нуриәхмәтовты күреү бигерәк тә шатлыҡлы ине.
– Бик күп ҡыҙыҡлы шәхестәр менән осраштыҡ, һәр береһе менән күпме аралашһаң да һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, – ти Мансур Әлфрис улы. – Евгений Такараков иҫ киткес һоҡланғыс кеше. Ул В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортонда эшләй. “Бөтә Рәсәй милләт-ара йәштәр союзы” йәмәғәт хәрәкәте рәйесе, иҡтисад фәндәре кандидаты Кантемир Хуртаев менән дә әңгәмәләшеү бәхете тейҙе. Ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙең генә ҡаҙанда ҡайнауҙан тыш, әлеге кеүек ситкә сығыу һәр йәһәттән дә отошло.