Иң серле самолетты күргән малай26.12.2018
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандан ауыр сирле 15 йәшлек Арыҫлан Ҡәйепҡоловтың хыялын тормошҡа ашырҙы. Һирәк осрай торған беренсел иммунодефицит менән яфаланған Арыҫлан дәүләт башлығының Ил-96-300 самолетында булды.

Владимир Путин самолет бортында экскурсия ойошторҙо һәм үҫмергә үҙе бүләк иткән видеокамераға ролик төшөрөргә рәхсәт итте.

“Илдең иң серле самолетына эләгеү минең өсөн оло мәртәбә. Пилоттар кабинаһынан иң сағыу тәьҫораттар ҡалды. Унда һауа судноһы командирының урынына ултырып ҡараным, тағы ла конференция залында, оҙатып йөрөүселәр салонында булдым. Самолеттың башҡа урындарын да ҡарап сыҡтым, тик уларҙы видеоға ла, фотоға ла төшөрөргә ярамай” , – тине Арыҫлан.


Һуңыраҡ үҫмер иң популяр видеохостингтарҙың береһендә 20 минутлыҡ видеоролик сығарырға вәғәҙә итте.




Вернуться назад