Флүр Ғәлимовтың был тормошҡа үҙенсәлекле ҡарашы бар.
Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы башҡорт әҙәбиәтендә бөгөнгө замандың киҫкен проблемаларын ғына күтәреп ҡалманы, ә Салауат Байғазин аша яңы образ тыуҙырыуға өлгәште. Әйткәндәй, әҫәрҙең “Тыйылған емеш тәме” тигән тәүге романы Мәскәүҙәге “Юность” журналының 6 – 11-се һандарында донъя күрҙе, ә “Алтын ҡанатлы Һомайғош” тип аталғаны абруйлы “Роман-газета” журналында сыҡты. Оҙаҡламай әҫәр Бөйөк Британияла “The Taste of Forbidden fruit” (“Тыйылған емеш тәме”) тигән исем аҫтында инглиз телендә баҫыласаҡ. Бындай тәҡдим менән авторға Мәскәүҙәге арҙаҡлы “Художественная литература” нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов сыҡҡан.
“Юность” журналының декабрь һанында Флүр Ғәлимовтың был трилогияһына Рәсәйҙең данлыҡлы әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинскийҙың рецензияһы баҫылды. Ҡул артың еңел булһын, ҡәләмдәшебеҙ! Был тиклем уңыштарҙан һуң башы әйләнеп китмәнеме икән Флүр Миңшәриф улының? Уның менән ошо ижади ҡаҙаныштары хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.– “Художественная литература” нәшриәтендә китабың баҫылыу – ул ҙур ҡаҙаныш, шулай бит?
– Әлбиттә. 1934 йылда Максим Горькийҙың тәҡдиме менән ойошторолған был нәшриәт. Совет заманында унда классиктар ғына баҫылған. Трилогиямды шундай кимәлдәге нәшриәттә сығарыуҙары үҙем өсөн генә түгел, бөтөн башҡорт әҙәбиәте өсөн ҙур күрһәткес, ә уйланылғанса, Бөйөк Британияла баҫылһа – бөтөн башҡорт әҙәбиәте өсөн оло ҡаҙаныш. Әлегә тиклем беҙҙекеләргә ундай мөмкинлек бирелгәне юҡ ине бит әле. Тимәк, был мөмкинлекте, оло шансты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Китап уҡыусылар хәтерләһә, мин әҙәбиәткә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында килдем. Социализм осоронда беҙҙең иң күренекле яҙыусыларыбыҙ Мәскәүҙә китаптарын сығара ине әле. Был 80-се йылдар аҙағына тиклем дауам итте һәм өҙөлөп ҡалды. Шуны ла әйтергә кәрәк: беҙҙекеләр Совет осоронда Мәскәү тарафтарында китаптарын сығара алһа ла, ундағы журналға тик Мостай Кәрим генә үтә алды. Ул саҡта беҙ, йәш яҙыусылар, хыял итә торғайныҡ: эх, әҙәбиәтебеҙҙе Мәскәүҙә һәм сит илдәрҙә танытырға ине! Психологтар иҫбат итә бит: иң тәүҙә хыял булырға тейеш. Хатта хыялдарығыҙҙан ҡурҡығыҙ тип тә әйткеләйҙәр. Күрәһең, минең хыялдарым тормошҡа аша башланы.
– Хәҙер хәлдәр нисек, һинеңсә?
– Бөгөн Башҡортостанда нәфис әҙәбиәтте сығарған, гонорар түләгән берҙән-бер дәүләт нәшриәте эшләй, китап магазины ла берәү генә ҡалды. Беҙ бит хатта үҙ уҡыусыбыҙға тейешенсә кимәлдә барып етә алмайбыҙ. Ярай әле китапханалар селтәре китаптарҙы тарата, үҙебеҙ ҙә әҙ-мәҙ булһа ла уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙарға йөрөштөрәбеҙ.
Совет осорон хәтергә алам тағы ла. Ул ваҡытта хатта әллә ҡайҙарҙа ятҡан төпкөл ауылдарҙың магазиндарында ла китаптар һатыла ине. Тажикстанда Рогун ГЭС-ы төҙөүҙә ҡатнаштым. Тауҙар иленән бер сумаҙан китап тейәп алып ҡайттым. Ҡышлаҡ магазиндарында рус һәм донъя әҙәбиәте классиктарының китаптары ята торғайны. Ул заманда халыҡ китап уҡыны, әҙип һүҙенә ышанып йәшәне. Дәүләт тә яҙыусыларҙың абруйын бик юғары күтәреп, яҙыусы ижадын, әҙип һүҙен идеология өлкәһендә бик оҫта файҙаланды. Кем белә, бәлки, совет халҡы шул совет әҙәбиәтенең иң һәйбәт өлгөләрендә тәрбиәләнгәнгә күрә 90-сы йылдар башында граждандар һуғышы ҡабынмағандыр...
Ә бөгөн хәлдәр бөтөнләй башҡаса. Хатта Ҡазан менән дә алыш-биреш формаһында китап сығарыу эше һүлпәнәйеп китте. Әле йылына берәр генә китап сығаралар. Күршеләргә лә китабың барып етмәй икән, был бит бик борсоулы күренеш. Беҙ бөгөн үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап ижад итәбеҙ. Ә был рәүештә ҙур яҙыусы кимәленә күтәрелеп булмай.
– Ошо уйҙарың һине ниндәйҙер аҙымдар яһауға этәрҙеме?
– Эйе. Байтаҡ ҡына Мәскәү нәшриәттәренә, журналдарына шылтыратып та, электрон хаттар яҙып та бәйләнешкә сыға алмағандан һуң, ниндәйҙер мөғжизә менән “Художественная литература” нәшриәтенең ул саҡтағы баш мөхәррире, аҙаҡ инде генераль директоры булып киткән Алексей Гришанов менән тоташтырҙылар. “Ярай, электрон адресҡа ебәрегеҙ. Бөгөн йома, алдағы ял көндәрендә уҡып сығырмын. Дүшәмбе көн шылтыратығыҙ”, – тине Гришанов. Ҙур түрәнең әҫәремде уҡырына ышанып етмәһәм дә, трилогиямдың тәүге романын ебәрҙем. Шылтыратһам, был әйтеп һалмаһынмы: “Огромное удовольствие получил от чтения вашего романа. У вас очень серьезный писательский уровень. Обязательно напечатаем, присылайте остальные части трилогии!” Аҙағыраҡ Гришанов әҫәремдең тәүге романын – “Юность” журналына, ә икенсеһен “Роман-газета”ға тәҡдим иткән.
– “Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә танылған күренекле тәнҡитсе Лев Аннинский китабың хаҡында мәҡәлә яҙған” тигән мәғлүмәт тә булды “Башинформ”да?
– Эйе, “Юность” журналының декабрь һанында Лев Аннинскийҙың әҫәр хаҡындағы мәҡәләһе донъя күрҙе. Ул донъяның иң бөйөк тәнҡитселәренең рейтингында етенсе урынды биләй. Ул исемлектә Белинский, Добролюбов, шулай уҡ сит ил тәнҡитселәренең дә исемдәре бар... Шундай шәхестең трилогияма мәҡәлә яҙыуы – минең өсөн генә түгел, бөтөн башҡорт әҙәбиәте өсөн ҙур ҡаҙаныш, тиҙәр әҙәбиәт белгестәре.
– Сит илгә сығыу тураһында уйлағаның бармы?
– Был хаҡта ла Алексей Гришанов хәстәрләгән – әҫәремде Бөйөк Британия нәшриәтенә ебәргән. Унда ла оҡшатҡандар, баҫабыҙ, тигәндәр.
– Тәржемәсеһе кем була?
– Лондонда йәшәгән профессиональ тәржемәсе. Китабымды сығарырға ниәтләгән инглиз нәшриәте уны үҙе һайлап алған. Сөнки был бит бик етди эш: Алла бойорһа, сығасаҡ китабым донъяның иң ҙур университеттарына, колледждарына, китапханаларына таратыласаҡ һәм Англияның китап магазиндарында һатыласаҡ.
Йәнә тағы бер яңылыҡ: “Роман-газета” журналының яуаплы мөхәррире Елена Русакова шатланып шылтыратты: “Флюр Миншарифович, начиная с номера с вашим романом 600 экземпляров нашего журнала будут уходить в Германию!” – ти. Был да юл асылып китеүгә ишаралыр. Әйткәндәй, ғүмере буйына ошо абруйлы журналда эшләгән Елена Васильевна бер мәл шылтыратып, үҙем өсөн бик ҡәҙерле һүҙҙәр әйтте: “После прочтения вашей трилогии много чего узнала и поняла, сделала важные выводы”.
– Урыҫ телендәге тәржемә хаҡында тағы ла иҫкә төшөрөп китәйек әле. Һин үҙең дә был эшкә тотоноп киттең.
– Арыу ғына тәржемәсе булып танылып барған Гүзәл Байғотлина трилогиямды ниндәйҙер кимәлдә урыҫсаға ауҙарғайны. Уға ҙур рәхмәт. Әммә әҫәрҙе был көйөнсә Мәскәүгә тәҡдим итеп булмағанын аңлап, трилогиямды тулыһынса үҙем яңынан эшләнем.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә тәржемә мәктәбенең эше бик аҡһай. Күпме кеше Мәскәүҙең Әҙәбиәт институтын тамамлаған, әле лә студенттар уҡып йөрөй. Уҡыу – бер нәмә, ә профессиональ тәржемәсе булып китеү өсөн әҙәбиәткә тоғролоҡ, талант, фиҙакәр хеҙмәт кәрәк.
Урыҫ телле китап уҡыусылары бөтөнләй икенсе бит, уларҙың иғтибарын яулар өсөн, бигерәк тә беҙгә, башҡорт яҙыусыларына, бик юғары кимәлдәге әҫәрҙәр тәҡдим итергә кәрәк. Сөнки урыҫ әҙәбиәте – донъя кимәлендә танылған бөйөк әҙәбиәт. Бына, мәҫәлән, ХIХ быуатты ғына алып ҡарайыҡ. Бер осорҙа нисәмә даһи урыҫ яҙыусыһы замандаш булған!
– Бөгөн интернет селтәрендә “Яҙыусылар союзы кәрәкме ул?” тип һорау күтәреүселәр ҙә бар...
– Ундайҙарҙы мин дә күргеләйем. Ләкин уларҙың уйҙырмалары бөтөнләй иғтибарға лайыҡ түгел. Әҙәбиәт, яҙыусы, ижадсы хеҙмәтенең ни икәнен дә белмәгән, ә, бәлки, китап та уҡымаған кешеләр буш ваҡыттарында Яҙыусылар союзы тураһында аҡыл һатып маташа...
Союз тип аталмаһалар ҙа, яҙыусыларҙың бындай ойошмалары электән булған бит. Мәҫәлән, Пушкин заманында ла шағир һәм яҙыусыларҙың үҙ ойошмаһы булған. Фаддей Булгарин унда алынғас, Сергей Аксаков: “Уның менән бер ойошмала тормайым”, – тип асыуланып сығып киткән. Әйткәндәй, дәүләттең ижади элитаһын тәшкил иткән яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, композиторҙар, журналистар, нәшерселәр аҙна һайын Сергей Тимофеевичтың Санкт-Петербург эргәһендәге йортона Аксаков ухаһына йыйылышҡандар. Әлбиттә, ашар өсөн түгел, аралашыр, фекер алышыр өсөн. Жорж Амадуҙың “Пальмовая ветвь, погоны и пеньюар” тигән романын уҡығыҙ. Унда һүҙ яҙыусылар һәм шағирҙарҙың академия тип аталған союзы тормошо хаҡында бара. Көнбайыш илдәрендә лә яҙыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған Пен-клубтар эшләй. Шәхсән үҙемдең ижади эшмәкәрлегемде Союзһыҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Үҙеңдең рухи кимәлеңдәге ҡәләмдәштәрең, фекерҙәштәрең булмаһа, ул тиклем уй-фекерҙәр ташҡынын кемдәр менән бүлешергә һуң? Ғөмүмән, яҙыусынан, ҡәләм оҫтаһынан һәр дәүер иң аҡыллы, иң кәрәкле һүҙ көткәндәр, ул үҙ халҡының намыҫы, яҡлаусыһы булған.
– Бөгөнгө яҙыусының статусы ниндәй кимәлдә?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙыусының статусы ныҡ төштө. Совет власы заманында бик юғары ине. Сөнки дәүләт яҙыусыларҙы идеология эшендә оҫта ҡулланды. Ә әле, йәнәһе, азатлыҡ, демократия, шуға идеологияның да кәрәге юҡ. Тимәк, яҙыусының да власҡа әллә ни кәрәге ҡалманы, тип уйлай түрәләр һәм ныҡлы яңылыша. Ә үҙҙәре хәҙер нисә тиҫтә йыл Рәсәйгә милли идея таба алмайҙар. Ни тиһәң дә, һәйбәт әҫәрҙәр аша халыҡты тәрбиәләргә, рухландырырға кәрәк бит. Ә быны тик яҙыусы ғына эшләй ала. Күҙ алдыбыҙға килтерәйек әле: ниндәйҙер мөғжизә менән яҙыусыларҙың ижады юҡҡа сыҡты, ти, йә иһә улар забастовка иғлан итеп, әҫәрҙәрен ҡулланыуҙан тыйҙы, ти... Бөтә нәмә туҡтап ҡаласаҡ бит: радионан һәм телевизорҙан йырҙар яңғырамаясаҡ, филармония, театрҙар эшләмәйәсәк, балалар баҡсалары, мәктәптәр... Исемлекте оҙаҡ дауам итергә мөмкин. Хатта операға ла либреттоны яҙыусы яҙа бит. Сөнки һүҙҙе сәнғәт кимәленә тик яҙыусы ғына күтәрә ала. Йәмғиәттә яҙыусы ролен баһалап, аңлап етмәү һуңғараҡ бик аяныслы һөҙөмтәләр бирәсәк һәм дәүләткә уғата күп юғалтыуҙар килтерәсәк. Халыҡ яйлап ҡырағайлыҡҡа төшәсәк бит. Рәсәйҙә ауыр енәйәттәр статистикаһының ниндәй хәлдә икәнен белгестәр яҡшы белә... Был – 90-сы йылдарҙа дәүләт тарафынан яҙыусы статусын төшөрөү һөҙөмтәләре.
– Айырым шәхестәрҙе генә күтәреү дөрөҫ булдымы икән?
– Заманында СССР кимәлендә башҡорттоң кем икәнен күрһәтерлек, кәрәк саҡта халҡыбыҙҙы яҡлап аҡыллы һүҙ әйтерлек олуғ шәхестәребеҙ бар ине. Бына улар: Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Арыҫлан Мөбәрәков, Әхмәт Лотфуллин... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә халҡыбыҙ олуғ шәхестәр генә түгел, хатта милли кадрҙар дефицитын кисерә. Исемдәре өҫтә аталған ағайҙарыбыҙға алмаш үҫтерелмәне әле. Ә халҡын Рәсәй, донъя кимәлендә күрһәтә, таныта алырлыҡ шәхестәре булмаған халыҡ – етем халыҡ...
– Ундай шәхестәрҙе нисек үҫтерергә һуң?
– Шарттар булдырырға кәрәк. Бәлки, Чечня, Үзбәкстан, Татарстан тәжрибәһен ҡулланырғалыр. Бөгөн биш чечен яҙыусыһы Европа илдәрендә китаптарын сығарған. Канта Ибрагимовты хатта Нобель премияһына тәҡдим иттеләр. Үзбәкстан да яҙыусыларын халыҡ-ара аренаға сығара. Әлбиттә, бының өсөн дәүләт аҡсалары һалына – сит ил тәржемәселәре бушҡа эшләмәй бит... Әммә улар бындай етди эшкә аҡса йәлләмәй – чечен, үзбәк яҙыусылары әҫәрҙәре менән үҙ илдәрен, халыҡтарын донъяға таныта бит. Татарҙарҙан дүрт яҙыусы Рәсәй, ә Гүзәл Яхина донъя кимәленә сыҡты. Бөйөк шәхестәре булмаған халыҡ элекке бөйөклөгөн юғалта башлай. Ә башҡорт халҡы – бөйөк халыҡ. Иҫ китмәле бай ауыҙ-тел ижадыбыҙ һәм уның йөҙөк ҡашы – бөйөк “Урал батыр” эпосы, мөстәҡиллек өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшебеҙ вә уның һөҙөмтәһендә киң донъяла ергә аҫабалыҡ хоҡуғы яулаған берҙән-бер милләт булыуыбыҙ халҡыбыҙҙың бөйөклөгөн иҫбатлай.
– Дәүләт наградаларына ҡарашың нисек?
– Өҫтә телгә алынған олуғ шәхестәребеҙҙең юғары статусы дәүләт наградалары, юғары исемдәр менән иҫбатланғайны бит. Был – тәбиғи нәмә. Шуға күрә ыңғай ҡарайым. Дәүләт үҙ граждандарын, шул иҫәптән яҙыусыларын бүләкләү ысулын ҡасандыр уйлап тапҡан икән, тимәк, кәрәк. Яҙыусы өсөн уның матди яғы ла, исеме лә мөһим. Ә беҙҙә яҙыусының китабы биш йылға бер сыға. Гонорар ҙа ташҡа үлсәйем. Әгәр әҙәби үҫешкә өлөш индергән ижад емеше матди яҡтан да баһалана икән, был бит күҙ нурҙарын түгеп яҙып ултырған ижадсының эшенә баһа. Кем белә, әллә күпме йылдар, быуаттар үтер, һәм тап шул әҫәр буйынса был заман хаҡында фекер йөрөтөрҙәр.
– Статус төштө тиһәк тә, бөгөн күптәр яҙыусы булырға тырыша бит әле?
– Эйе, элек бөтә СССР яҙыусылар союзында ағзалар һаны ун мең тирәһе ине, әле Рәсәйҙәге дүрт союзда егерме биш меңдән ашыу яҙыусы теркәлгән.
– Бөгөнгө яҙыусының иң төп бурысы нимә, һинеңсә?
– Яҙыусының һәр заманда ла төп бурысы – халыҡҡа хеҙмәт итеү. Әгәр китаптарымды Мәскәүҙә, сит илдәрҙә сығарам икән, был минең генә уңышым түгел, бындай ҡаҙаныш халҡыбыҙҙы, республикабыҙҙы халыҡ-ара аренала күрһәтә, бәҫен күтәрә. Икенсенән, яҙыусы һәр ваҡыт халҡы мәнфәғәтен яҡларға бурыслы. Яҙыусының төп бурысы яҙыу булһа, уның гражданлыҡ позицияһы ла айырым-асыҡ билдәле булырға тейеш. Ул халҡына, теленә, еренә яттар яҫҡынғанда, туҡтағыҙ, бынау хикәйәмде яҙам да, аҙаҡ әйтермен, тип ултыра алмай. Ул хатта һорағандарын көтөп торорға тейеш түгел, ә тәүгеләрҙән булып фекер әйтергә бурыслы. Некрасовтың киң билдәле һүҙҙәре һәр заманда ла көнүҙәк: “Поэтом можешь ты не быть, но гражданином быть обязан”.
– Китап уҡыусы аҙайҙы бит әле?
– Эйе, әммә барыбер китап яҙылырға, сығырға тейеш. Халыҡ үҙе китап һорай, үҙҙәре һатып алырға ла теләмәй. Ә бит уйлап ҡараһаң, уртаса ҙурлыҡтағы китаптарҙы бер пачка тәмәке хаҡына һатып алырға була – ныҡ арзан. Осһоҙ булһа ла алмайҙар. Ә баҫма матбуғатты, китаптарҙы электрон варианттар алыштыра. Был – заман күренеше. Интернет шул тиклем ҡыҫҡа арала аңдарҙы яулап алды, хатта ҡулына китап тотоп ҡараусылар ҙа кәмене. Әммә ошо өҙәрем мәлдә беҙгә баҫма матбуғатты ла, китаптарҙы ла һаҡлап ҡалыу мөһим. Китапһыҙ халыҡ көнөнә ҡалып, дөйөм мәҙәниәтебеҙ кимәлен төшөрмәһәк ине. Интернет күҙҙәрҙе киптерә, уның зарарын халыҡ тиҙ арала төшөнөр. Бөгөн килеп ғалимдар ҙа баҫылған яҙмаларҙың кеше организмына файҙаһы тураһында һүҙ алып бара. Япондар бөгөн ярымһуҡыр халыҡҡа әйләнде. Улар компьютерҙарҙы уҙған быуаттың 80-се йылдарында ҡуллана башлағайны.
Уҡыусы бөгөн ҡыҫҡа нәмәләр, комментарий-аңлатмалар уҡырға ярата, әммә ул постар китаптарҙы алыштыра алмай. Хатта мин шундай осраҡтарҙың шаһиты булдым: ата-бабалары ғүмерҙәре буйына йыйған китаптарҙы ейәндәре сүплеккә сығарып ташлай. Улар быны “Интернетта барыһы ла бар” тип аңлата, ә кем ул китаптарҙың электрон донъяла мәңге һаҡланырына гарантия бирә ала? Кешелектең яҙмышы шулаймы икән әллә: оло хаталар аша, бер үк тырмаларға баҫа-баҫа алға барыу. Китаптарҙан, баҫма матбуғаттан баш тартыу – ул төптән хата. Ана Америкала “Нью-йорк таймс” гәзитенең иртәнге һәм киске һандары сыға, сөнки халыҡ ҡулына гәзитте тотоп уҡыу яҡлы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай “Ватандаш” журналында бик төплө мәҡәлә баҫтырғайны бит был хаҡта. Китап – милләтебеҙҙең иң ҙур хазинаһы.
– Ни өсөн беҙ һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ баҫма китапты, матбуғатты?
– Китапһыҙ, баҫма матбуғатһыҙ халыҡтың, иртәме-һуңмы, дөйөм мәҙәниәте түбәнәйә, дәүләте үҫешмәй. АҠШ, Европа дәүләттәре, нисек кенә алға китһәләр ҙә, баҫма китаптан айырылмайҙар бит. Хәҙерге китапты, нәшриәтте, баҫма матбуғатты һаҡлап ҡалмаһаҡ, шул ваҡытта йәшәгән шәхестәр нимә уйланы икән, тип әйтәсәк вариҫтарыбыҙ!
– Алдараҡ милли идея төшөнсәһен телгә алғайныҡ, был нәмә беҙгә, дөйөм Рәсәй халҡына кәрәкме?
– Әлбиттә. 2008 йылда сыҡҡан “Яңы башҡорт” тигән китабымда халҡыбыҙға милли идея тәҡдим иткәйнем. Бына улар: иман – халҡыбыҙ намаҙға баҫып, Ислам ҡанундарын тотоп йәшәй башлаһа, Аллаһ беҙгә бәрәкәт һәм фанилыҡта мөмкин булған бәхет бирәсәк. Яңырыу – ауыр юғалтыуҙарға дусар булмаҫ өсөн үҙгәреүсән тормош шарттарына ҡулайлашыу һәләтен үҫтереү. Берҙәмлек – әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт, сәйәсәт һәм башҡалар ярҙамында халыҡты берләштереү. Тыуған ер – үҙ еребеҙҙә хужа булып йәшәргә өйрәнеү. Әлбиттә, бында был төшөнсәләр тураһында ҡыҫҡаса ғына әйттем.
– “Аҙғын тәүбәһе”нә әйләнеп ҡайтайыҡ. Иң төп фекер – халыҡты бары тик иман ҡотҡарыр?
– Халыҡты ғына түгел, донъяны иман ҡотҡарыр. “Яңы башҡорт” романы Башҡортостан, Рәсәй темаларын күтәрһә, “Аҙғын тәүбәһе” – урыҫсаға тәржемәһе “Покаяние над пропастью” – бөтә донъя проблемаларын күтәрә, ябай ғына итеп йәшәү мәғәнәһен асып бирә.
– Һин үҙең ҙур һынауҙар аша үттең, әммә аяҡҡа баҫып, әҙәбиәттә яңы һүҙ, яңы фекерҙәр әйтеп, халыҡ-ара кимәлгә сыҡтың. Былар һиңә тормош мәктәбеме?
– Мин үткән һынауҙар – яҙыусы яҙмышы. Әҙиптең ғүмер юлы ҡатмарлы булырға тейеш. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, оло биография ғына әҙипте оло яҙыусы кимәленә күтәрә ала. Бик һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшә ул ундай бай биография. “Яҙыусының биографияһы булырға тейеш” тип академик, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов та яҙғайны. Күп ерҙәрҙә булырға, күп кешеләр менән аралашырға насип булды. Былары – бер. Икенсенән, ауыр һынауҙар, ҙур юғалтыуҙар, тәрән кисерештәр, “үлеп- терелеүҙәр” рухты сыныҡтыра, үҫтерә, байыта, йәнде яҡтырта.
– Романдың төп геройы хаталар аша иманға килә. Ошо иң дөрөҫ юлмы, һинеңсә?
– Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙе лә, фәрештәләрҙе лә бар иткән. Фәрештә яуызлыҡ ҡыла алмай, ә кеше яуызлыҡ та, яҡшылыҡ та ҡылырға һәләтле. Ләкин кешенең һайлау хоҡуғы бар. Бәндәнең эсендә Хоҙайҙың өлөшө лә, шайтаны ла бар. Ҡайһыһына хеҙмәт итһәң, шуныһы көсәйә. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң – Ул теләһә барлыҡ кешелекте хәҙер үк хаҡ юлға баҫтыра ала. Әммә Ул әҙәм балаларының үҙҙәренең хаҡ юлды һайлауын теләйҙер... Ошондай глобаль темаларҙы ла күтәрҙем трилогиямда. Шиғриәт һүҙ сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булһа, проза – әҙәбиәттең арҡа һөйәге. Ҡулына ҡәләм алған һәр яҙыусы, ҡай саҡ үҙе лә аңламайынса, йә изгелеккә, йә иһә яуызлыҡҡа хеҙмәт итә...