Хатаны нисек төҙәтергә?26.12.2018
“Күсемһеҙ милек документтарындағы баҫма йәки грамматик хатаны нисек төҙәтергә?” тигән һорауҙы Кадастр палатаһы хеҙмәткәрҙәренә йыш ишетергә тура килә.

Быйыл туғыҙ айҙа дәүләт күсемһеҙ милек кадастрындағы мәғлүмәттәрҙә техник хатаны төҙәтеүҙе һорап, 2119 ғариза яҙылған.
Теркәү органы ебәргән техник хата (яҙма, баҫма, грамматик йәки арифметик) һөҙөмтәһендә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы мәғлүмәттәр хоҡуҡты теркәүгә һәм объектты кадастр иҫәбенә ҡуйыуға нигеҙ булған документтарҙағы мәғлүмәткә тап килмәүе ихтимал.

Был хата асыҡланған мәлдән дәүләт теркәүсеһе ҡарары буйынса өс эш көнө эсендә төҙәтелә. Башҡортостанда был мәсьәлә буйынса Күп функциялы үҙәккә йәки “Росреестр”ҙың рәсми сайтындағы шәхси кабинет аша ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.



Вернуться назад