Республиканың күп функциялы үҙәктәрендә халыҡты социаль яҡлау тураһында белешмәләр алыу тәртибе ябайлашты. Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге, Үҙәк менән килешеү төҙөп, белешмәләрҙе ҡултамға менән раҫланған электрон документтар нигеҙендә биреү мөмкинлеге булдырҙы, тип белдерҙе Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Күп функциялы үҙәктең ошоға ярашлы хеҙмәттәре Рәсәй Хөкүмәтенең 2015 йылдың 18 мартында ҡабул ителгән 250-се ҡарары менән регламентланған. Уға ярашлы, Үҙәк дәүләт органдары һәм учреждениелары вәкилдәре йүнәлткән электрон документтарҙың йөкмәткеһен раҫлаусы ҡағыҙ документтар әҙерләйәсәк һәм мөрәжәғәт итеүселәргә тапшырасаҡ.
Был үҙгәреш халыҡҡа социаль ярҙам саралары белешмәләрен алыуҙы тиҙләтә (граждандарҙың мөрәжәғәттәре өс көн эсендә ҡарала). Өҫтәүенә тиҙҙән Күп функциялы үҙәк белгестәре, мәғлүмәт системаһында бөтә кәрәкле мәғлүмәттәр булған осраҡта, ҡайһы бер белешмәләрҙе онлайн тәртибендә, йәғни кеше мөрәжәғәт итеү менән бирә ала.