Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо көндәрҙә төрлө үтенестәр менән килгән ете кешене ҡабул итте.
Һорауҙар төрлөсә: “Хеҙмәт ветераны” исемен юллау, эшкә урынлашыу, күп балалы ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, балаға айлыҡ түләүҙәр, шулай уҡ ғаиләләге көрсөк, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар биреүгә ҡағылған мәсьәләләр.
Ошо уҡ тормошсан хәлдәрҙең, һорауҙарҙың башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындырыу мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, шуларҙың береһенә нығыраҡ туҡталмаҡсыбыҙ. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников Учалы районынан килгән ишле ғаиләгә консультация бирҙе. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм торлаҡ сертификатын алыу буйынса йорттоң йәшәү өсөн яраҡһыҙ булыуы һөҙөмтәһендә сираттан тыш фатирға өмөтләнгән ғаилә менән һөйләшеү барышында мәсьәләгә асыҡлыҡ индерелде. Сираттағы йылға сертификат алыусылар исемлегенә инеүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡты торлаҡ шарттары билдәләнгән тәртиптә йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылған күп балалы ғаиләләр ала. Һөйләшеү барышында ғаилә йәшәгән торлаҡтың рәсми рәүештә яраҡһыҙ итеп танылмағаны билдәле булды. Ҡабул итеүгә килгән ғаиләгә торлаҡты йәшәүгә яраҡһыҙ тип таныу өсөн урындағы үҙидара органдары тарафынан рәсмиләштерелгән документтар менән раҫланырға тейешлеге тураһында консультация бирелде. Торлаҡ сертификаты алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ биргән башҡа закондар ҡаралмаған. Тимәк, ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн тәүҙә Учалы районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башҡаларҙың да иҫенә төшөрәбеҙ: сертификат алыуға хоҡуҡ биш йәки унан да күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләнгән ишле, шулай уҡ тулы иҫәпләнмәгән ғаиләләргә бирелә. Аҙаҡ тыуған биш баланың йәше 18-ҙән артмаҫҡа тейеш.
Күп балалы ғаилә түбәндәге критерийҙарға эйә булырға тейеш:
а) билдәләнгән тәртиптә торлаҡҡа мохтажлығы раҫланырға, ә ата-әсәнең береһе урындағы үҙидара органында торлаҡҡа мохтаж сифатында сиратта торорға тейеш;
б) Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәүе (теркәлеүе) мотлаҡ.