Тәбиғәт Дыуан яҡтарына матурлыҡты йомарт өләшкән. Йырҙарҙа йырланған Йүрүҙән, Әй йылғалары, мәғрур тауҙары, урмандары, көмөштәй саф һыулы шишмәләре был төбәкте ҡабатланмаҫлыҡ итә. Әйткәндәй, район биләмәһе күлдәргә, шишмәләргә, ғөмүмән, тәбиғи һыу сығанаҡтарына бай.
Уларҙы дыуандар тыуған ерҙең ҙур байлығы итеп һанай. Ошо байлыҡты тотороҡло файҙаланыу, һыуҙың тәбиғи сифатын һаҡлап ҡулланыусыларға еткереү райондың “Дыуанводоканал” муниципаль унитар предприятиеһына йөкмәтелгән.
Был предприятиены хаҡлы рәүештә район халҡының тормошона йән өрә тип әйтергә мөмкин. Ул Мәсәғүт, Дыуан, Арый, Мәрйәмғол, Мөлкәт, Ҡаракүл, Әбдрәшит, Иҫке Хәлил, Мәтәле, Сальевка, Озеро, Михайловка ауылдары халҡын, ундағы предприятие һәм учреждениеларҙы эсәр һыу менән тәьмин итә. Предприятие ҡарамағындағы һыу селтәрҙәре 100 километрға етә. Һыуҙы 24 скважинанан алалар. Тиҫтәнән артыҡ резервуарға ҡулланыусыларҙың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерерлек һыу запасы туплана.
Һыу стратегик әһәмиәткә эйә. Шуға ла предприятиела талаптар юғары. Ер ҡаттарынан һыу сығарған бер ваҡытта, экология именлеген дә ҡайғырталар. Бында һыу үҙенең тәме, химик һәм микробиологик үҙенсәлектәре буйынса бөтә талаптарға тура килә. Һыуҙың сифатына даими рәүештә лаборатор анализ үткәрелә. Коллектив экологияны һаҡлауға етди иғтибар йүнәлтә. Һыу йыйыу башнялары, резервуарҙар, скважиналар бөгөнгө техник һәм технологик талаптарҙан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренән сығып йыһазланған. Скважиналар тирәһендә санитар һаҡлау зоналары булдырылған.
Бөгөнгө иҡтисади талаптар ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыуҙы, шулай уҡ хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләүҙәрҙе талап итә. Һаҡсыллыҡ тигәндә, ер тәрәнлектәренән сығарылған һыуҙы юғалтыуһыҙ ҡулланыусыларға илтеп еткереү өсөн предприятиела мөһим саралар тормошҡа ашырыла. Йыл һайын билдәләнгән күләмдә һыу үткәргестәр селтәре яңыртыла. Һуңғы ваҡытта ғына алты скважинала һыу сығарыу насостары яңыртылған, Мәсәғүт, Михайловка, Дыуан, Озеро, Мәрйәмғол ауылдарында һыу үткәргестәр ремонтланған. “Реаль эштәр” программаһы сиктәрендә Мәтәле һәм Мәсәғүт ауылдарында байтаҡ һыу селтәрҙәре яңыға алыштырылған. Селтәрҙәрҙе яңыртыу буйынса эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк. Бөтә эш финанс мөмкинлектәренә бәйле.
Булдыҡлыны эш үҙе эҙләп таба, тиҙәр бит. “Дыуанводоканал” предприятиеһына канализация, йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүҙе лә йөкмәткәндәр. Һандар теле менән әйтһәк, райондағы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең 64 проценты әлеге предприятие өлөшөнә тура килә. Тырыш коллектив бөтәһенә лә өлгөрә. Әлбиттә, проблемалар ҙа бар. Бигерәк тә канализация системаһы ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра, сөнки канализация коллекторы үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән. Ағынты һыу торбалары һаҙлыҡлы ерҙәр аша һуҙылған һәм коррозияға бирешкән. Улар тулыһынса яңыртыуҙы талап итә. Бындай мөмкинлек булмағанлыҡтан, авария хәлдәре килеп тыумаһын өсөн өҙлөкһөҙ ремонт эштәре алып баралар. Йыл һайын ҡышҡы осорға әҙерлек барышында билдәләнгән күләмдә канализация торбаларын яңыға алмаштыралар.
Предприятие хеҙмәтләндергән йылылыҡ селтәрҙәре, ҡаҙанлыҡтар көйлө эшләй, сөнки уларҙы ҡышҡы шарттарҙа эшләтеүгә йылдың-йылында ныҡлап әҙерләйҙәр. Һуңғы йылдарҙа йылылыҡ системаһында хәүефле авария хәлдәренең булмауы быны йәнә бер дәлилләй. Торлаҡ йорттарҙа, социаль-мәҙәни биналарҙа йылы, крандарға һыу килеп торһон һәм халыҡ заманса көнкүреш уңайлыҡтарынан кинәнеп файҙаланһын өсөн предприятие эшсәндәре ҙур тырышлыҡ һала.
— Минеңсә, беҙҙәгеләй матур тәбиғәтле ерҙә халыҡ матур йәшәргә тейеш. Хәҙер ауыл халҡы тормош-көнкүреште уңайлы һәм мәҙәниәтле итеп көйләргә ынтыла. Беҙ көндәлек хеҙмәтебеҙ менән ошоға булышлыҡ итәбеҙ, — тип тыйнаҡ ҡына баһалай үҙҙәренең эшен предприятие директоры Хәлит Ғарипов.
Хәлит Әлтәп улы коллектив менән ун биш йыл идара итә. Ул бында техникум тамамлағас юллама буйынса эшкә килгән. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстары үтеп һыналған белгескә предприятие менән етәкселекте йөкмәткәндәр. Коллективтың уңыштарын хаҡлы рәүештә уның исеме менән бәйләйҙәр. Хәлит Әлтәп улы торлаҡ-коммуналь тармағындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Президентының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, “Рәсәй лидеры” тигән юғары исемгә лайыҡ булған. Етәксенең булдыҡлылығы, әүҙемлеге хеҙмәттәштәренә үрнәк булып тора. Коллективта һәр кем үҙ эшен тырышып башҡара. Эштә лә, район күләмендә үткән спорт бәйгеләрендә һәм төрлө конкурстарҙа ла улар әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Яуаплы ла, ауыр ҙа хеҙмәтте спорт һәм мауыҡтырғыс мәҙәни саралар менән аралаштырыу күңелгә дәрт һәм көс өҫтәй, ти улар.