Тормош үҙе бәйге бит ул...26.12.2018
Илдәге үҙгәртеп ҡороу зилзиләләре ул саҡта кешеләрҙең тормошона ла, яҙмышына ла үҙ төҙәтмәһен индерҙе. Сәнәғәт предприятиеларының ябылыуы, айҙар-йылдар дауамында эш хаҡы түләнмәүе сәбәпле, күптәр, яратҡан һөнәрен ҡалдырып, осраҡлы шөғөлгә тотонорға мәжбүр булды.

Башҡортостан производство берләшмәһе филиалында эшләп йөрөгән алтын ҡуллы сигеүсе Әнисә Хәбибйән ҡыҙы ла аҙнаның биш көнөн предприятиела эшләһә, шәмбе һәм йәкшәмбелә баҙарҙа ситтән ҡайтарылған тауар һатып аҙмы-күпме аҡса эшләү форсатын таба ине. Илгә килгән ауырлыҡты халыҡ бергәләп күтәрә. Ә инде Хафизуллиндар ғаиләһенең үҙенә генә килгән ҡайғы айырыуса ауыр була. Утыҙ бише лә тулмаған ғаилә башлығы Иректең юл фажиғәһендә ғүмере өҙөлә. Әнисә ике бәләкәй бала менән тол ҡала. Уға тормоштоң да, замандың да бөтә ауырлығын үҙ иңендә күтәрергә тура килә. Әммә ул яҙмыш һынауҙарына бирешмәҫкә, балаларына ныҡлы таяныс булып йәшәргә үҙендә ихтыяр көсө, рух ныҡлығы таба.

Был мәлгә Әнисә эшләгән предприятие ябыла. Ғаиләне матди тәьмин итеү өсөн ул сауҙа эшенә ныҡлап тотонорға ҡарар итә. Тәүҙә Мәскәүҙән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өҫ кейемдәре килтереп һата. Уның эш урыны иртәнән кискә ҡәҙәр баҙарҙағы палаткала була. Бер саҡ ул, тун һатыу менән шөғөлләнгән әхирәте менән тәүәккәлләп, Төркиәгә тауарға юллана. Бының өсөн банктан кредит ала. Ул саҡта Истанбулға Өфөнән тура рейс булмай, Сочиҙа туҡталыш яһарға тура килә. Таможнялағы яһалма тотҡарлыҡтар, аҙым һайын һағалаған криминаль көстәр, тауарҙың юғалыуы юлды хәүефле итә.

Әнисә, бер нимәгә ҡарамайынса, алып ҡайтҡан тундарҙы әүҙем генә һата ла тағы юлға сыға. Ял итергә түгел, хатта туйғансы йоҡларға ла насип итмәй уға. Ярай әле, балаларға күҙ-ҡолаҡ булыр туғандары бар, бигерәк тә Кәбирә апаһы ярҙам итә.

Ҡатынға үҙенең сауҙа эшмәкәрлеген табышлы итеү өсөн оҙайлы ун йыл кәрәк була. Инде шәхси магазинын асыу теләге менән янып йөрөгәндә, уй-хыялдарын илдәге дефолт селпәрәмә килтерә. Уның тырышып йыйған аҡсаһы юҡҡа сыға һәм ҙур кредиттар менән тороп ҡала, ләкин күҙ йәштәрен түгеп өйҙә ултырырға хаҡы булмай, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк. Ул шөғөлөн яңынан тиерлек башлап, тағы ла сәмләнеберәк эшкә тотона. Фиҙакәрлек, маҡсатлылыҡ барыһын да еңергә булышлыҡ итә. Әнисә төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереп, үҙенең магазинын аса. Был эшҡыуарлыҡта уның тәүге еңеүе була. Сер түгел, уның менән бер осорҙа эш башлаған күптәр эшҡыуарлыҡты баҙар дәрәжәһенән күтәрергә булдыра алманы.

Әнисә Хәбибйән ҡыҙы үҙ магазинын, һатып алыусыларҙың яратҡан сауҙа урыны итеү өсөн, шартына килтереп йыһазлай. Был мәлгә ул ҡала халҡының зауығын, һатып алыу мөмкинлектәрен тейешенсә өйрәнеп өлгөргән була. Шуға ла магазинды ҙур ихтыяж менән файҙаланған үтемле тауарҙар менән генә тәьмин итә. Уның үҙ клиенттары барлыҡҡа килә. Һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн сифатлы тауарҙар етештергән Төркиә, Ҡытай, шулай уҡ Рәсәйҙәге билдәле фирмалар менән эшлекле бәйләнештәр урынлаштыра.

Ошо маҡсатта Мәскәүҙә үткәрелгән күргәҙмәләргә, эшлекле форумдарға йөрөй, кейем-һалым етештереүҙәге мода йүнәлештәрен үҙләштерә. Эшҡыуар шуны ла иҫәпкә ала: тауар хаҡы халыҡтың һатып алыу мөмкинлегенә тура килергә тейеш. Хаҡтарҙың самалы һәм тотороҡло булыуы тауар әйләнешен тиҙләтә. Ихтыяждың үҫеүен иҫәпкә алып, Әнисә Хәбибйән ҡыҙы яңы магазин һатып ала. Бының өсөн банктан ҙур кредит юллай. Уға еңде тағы ла нығыраҡ һыҙғанырға тура килә. Яңы магазинды “Европа” тип исемләй. Исеме есеменә тура килә: бындағы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн затлы тиренән тегелгән заманса тундар, күн куртка һәм пинжәктәр, төрлө фасонлы баш кейемдәре модаға тулыһынса яуап бирә. Сауҙалағы тире-күн тауарҙар һуңғы технология буйынса һаҡлана һәм сифаты гарантиялана.

Бөгөн “Европа” — ҡала халҡының ғына түгел, республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән күптәрҙең яратып йөрөгән сауҙа үҙәге. Магазиндың даими клиенттары бихисап һәм улар артҡандан-арта. Шәхси заказдар буйынса кейенеүселәр ҙә байтаҡ. Һәр хәлдә, бер тапҡыр кейем һатып алған клиент бында мотлаҡ ҡабат килә. Һатып алыусыларҙы тауарҙың бай ассортименты, яҡшы сифатлы һәм модалы булыуы йәлеп итә. Уларҙы Алһыу Ситдиҡова, Рәсимә Шоломова һәм Лилиә Ғәлимйәнова кеүек һөнәри әҙерлекле, асыҡ йөҙлө һатыусы-консультанттар ҡаршы ала, кейемдең килешлеһен һайларға ярҙам итә.

Әнисә Хафизуллинаның эшҡыуарлыҡта ҙур ауырлыҡтарҙы еңеп яулаған уңыштарына ла, өлгөлө әсә булыуына ла һоҡланырлыҡ. Уға улдары Илшат менән Маратҡа әсәй ҙә, атай ҙа булырға тура килә. Егеттәр тәрбиәле, әсәләренә оҡшап тырыш булып үҫә. Тәүгеһе университеттың иҡтисад факультетын һәм юридик институтты, икенсеһе нефть техник университетын тамамлаған. Хәҙер улар магазиндағы эштәрҙе алып барыуҙа әсәләренә ярҙам итә.

Алға ҡуйған маҡсатына өлгәшһә лә, Әнисә үҙен һаман бәйгеләге кеүек хис итә. “Тормош – үҙе бәйге бит ул”, — ти ул, ихлас йылмайып, сөнки ваҡытты уҙып йәшәргә тура килә. Ул, ғәҙәттә, ғинуар айында — йәйге кейемгә, ә инде июлдә ҡышҡыһына заказ бирергә сит илдәргә юллана. Яңауыл районының Ямаҙы ауылында тыуып үҫкән Әнисәнең Төркиә, Һиндостан, Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек илдәрҙе барып күрергә ине тигән бала саҡ хыялдары ла тормошҡа ашты. Эш сәфәре менән дә, ял итеү өсөн дә төрлө илдәрҙә була. Булдыҡлы эшҡыуарҙың юлдары оҙон-оҙаҡ һәм уңышлы дауам итһен.


Вернуться назад