20 декабрҙә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холы эргәһендә район дауаханаларының баш табиптарына һәм водителдәргә өр-яңы “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре асҡыстары тапшырылды.
Дауаханалар өсөн В класлы автотранспорт, Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Дөйөм алғанда, республикабыҙға 49 медицина ярҙамы машинаһы тапшырыласаҡ, әлегә иһә уларҙың 23-ө Башҡортостандың төрлө төбәктәренә йүнәлде. Автомобилдәр бөтә стандарттарҙы иҫәпкә алып эшләнгән, ГЛОНАСС системаһы, кондиционер, йылытҡыстар, тауышты көсәйтеү ҡулайламалары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, дефибриллятор, электрокардиограф, пациенттарҙы күсереү һәм ташыу һәм башҡа саралар менән йыһазландырылған.
Бүздәк районынан яңы автомобиль артынан килгән Фәнзәүи Шәйхуллин, 32 йыллыҡ водитель стажым бар, тиҫтә йылға яҡын “ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләйем, быға тиклем реанимобиль йөрөттөм, ти. Уның һүҙенә Айҙар Хаматов, Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы ла ҡушыла: яңы автомобилде юҡҡа ғына Фәнзәүи ағайға ышанып тапшырмағандар. Беренсенән, ул ошо йылдар эсендә бер ҡасан да юл-транспорт ваҡиғаһына тарымаған, икенсенән, сирлеләрҙе дауаханаға тиклем бик һаҡ, ипле йөрөтә; тынғыһыҙ, әммә яуаплы эшен яратып башҡара, күптәргә өлгө булып тора икән.
...Өр-яңы 23 автомобиль республиканың төрлө төбәктәренә йүнәлде. Киләсәктә халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлауҙа, кешеләргә ваҡытында ашығыс ярҙам күрһәтеүҙә уларҙың индерәсәк өлөшө баһалап бөткөһөҙ.