Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса федераль ҡануниәт талап иткән яңы системаға күсеүгә әҙерлек саралары дауам итә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо мәсьәләне тикшереү буйынса сираттағы “түңәрәк өҫтәл” төбәк операторҙары хеҙмәте өсөн түләүҙә халыҡҡа ярҙам итеүгә бағышланды.
Йәшәгән мөхитебеҙҙе, ниһайәт, сүп-сарҙан таҙартырға, бөтә ҡалдыҡты алдынғы донъяға хас булған тәртиптә йыйыу, ташыу һәм эшкәртергә кәрәк һәм был бер кемдә лә бәхәс тыуҙырмайҙыр, моғайын. Ләкин яңы ойошторолған төбәк операторҙарының хеҙмәтләндереүе өсөн хаҡ күпме булыр, ауыл ерендәге пенсионерҙарға был өҫтәмә коммуналь түләү ауыр йөк булмаҫмы? Халыҡты нигеҙҙә шул борсой.
Был осраҡта халыҡтың аҙ килемле ҡатламына дәүләттең социаль ярҙамы кәрәк булыуы көн кеүек асыҡ. Шуға ла Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәк операторҙары ошо хеҙмәт өсөн ҡуйырға йыйынған хаҡты граждандар өсөн көс еткеһеҙ тип атаны һәм тарифты түбәнәйтеү сараһын күрергә ҡушты.
“Түңәрәк өҫтәл”дә төп доклад менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников сығыш яһаны.
– Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса халыҡҡа яңы системаға күсеү менән бәйле өҫтәләсәк финанс йөгөн түбәнәйтеү саралары тикшерелде, – тине ул. – Шуға бәйле, халыҡҡа әлеге көндә күрһәтелгән социаль ярҙам төрҙәренә анализ яһалды. Социаль йәһәттән яҡланырға тейешле граждандар өсөн беҙ ниндәй ташламалар яһай алабыҙ? Беренсе сара – торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүе өсөн ғаиләнең сығымына өлөшләтә компенсация биреү, икенсеһе – субсидия менән ярҙам итеү.
Киләһе йыл башынан бындай ярҙамға Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалид йәки күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр, тыл хеҙмәтсәндәре, хеҙмәт ветерандары, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар һәм башҡа ҡайһы бер граждандар хоҡуҡлы буласаҡ. Ә 2020 йылдан субсидия һәм ташлама алырға хоҡуҡлы булғандар беҙҙең республикала 600 меңдән ашыу кеше тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Был ярҙамға 4,7 миллиард һум талап ителәсәк.