Ҡыш бабай тырыштарҙы ярата26.12.2018

Республиканың төп шыршыһы быйыл 800-гә яҡын баланы йыйҙы.

Улар – иң-иңдәр! Уҡыу алдынғылары, олимпиадалар, спорт һәм йыр-бейеү бәйгеләре еңеүселәре.

Балаларҙы байрам менән ҡотларға ҙур ҡунаҡтар килде. Улар араһында төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова менән мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин да бар ине.

– Радий Фәрит улы һеҙҙең янға бик килергә теләй ине, тик мөһим эше килеп сығыу сәбәпле була алманы. Ул үҙенең сәләмен һәм матур теләктәрен еткерергә ҡушты. Иң мөһиме, һау-сәләмәт булып үҫегеҙ, ҡыҙыҡлы итеп йәшәгеҙ. Беҙ бының өсөн барыһын да эшләргә тырышырбыҙ, – тип Башлыҡтың сәләмен еткерҙе Ленара Иванова.

Ленара Иванова әйтеүенсә, бында килгән балалар бик бәхетле. Республикалағы 464 мең самаһы уҡыусының ни бары 780-е генә саҡырылды бит шыршы байрамына.

Байрамға Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан килгәйне балалар. Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылынан Яҙгөл Ишмөхәмәтова “бишле”гә генә уҡый, тарих буйынса район олимпиадаһында беренсе урын яулаған. Үҙе киләсәктә йырсы булырға хыяллана икән. “Ҡыш бабайға ышана­һыңмы һуң?” – тигән һорауға туғыҙынсыла уҡып йөрөгән ҡыҙыҡай мут ҡына йылмайҙы ла: “Әлбиттә, ышанам! Бүләккә коньки һораным”, – тип яуап бирҙе.

Ошо уҡ райондың Байыш ауылынан килгән Гүзәлиә Ваһапова алтынсы класта белем ала.

– Минең ҡатнашмаған ярыштарым юҡ инде ул. Республика конкурстарында йыш көсөмдө һынайым, алдынғы урындар алам. Йыр, бейеү менән шөғөлләнергә лә ваҡытым ҡала. Мәктәптә уҡығанда үҙемде төрлө яҡлап та һынап ҡарайым да аҙаҡ ниндәй юл һайларға икәнен хәл итермен, – ти сая ҡыҙыҡай.

Принцесса булып кейенгән остоҡ ҡына ҡыҙыҡай әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Әсәһе Гөлфиәнән һорашып, бәләкәй генә күренгән ҡыҙҙың ҙур уңыштары тураһында белдек.

– Сафия – математика, рус теле һәм логика буйынса Гагарин һәм Старт олимпиадалары еңеүсеһе. Өфө ҡалаһының 1-се лицейында беренсе класта уҡый, уҡытыусыларының Яңы йылдан һуң 2-се класҡа ултыртырға теләктәре бар ине, тик тиҫтерҙәре менән ҡалдырырға булдыҡ. Бәләкәй сағынан уның менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, хәҙер һөҙөмтәләрен күрһәтә башланы, – тине әсәһе ғорурлығын йәшермәй.

Бик аҡыллы булһа ла, Сафия әле балалыҡтан сығып бөтмәгән. Бөтә йөрәге менән Ҡыш бабайға ышана икән сабый. Унан бүләккә һыңармөгөҙ һораған һәм талпынып көтә.

Тәүҙә фойела башланған байрам залда дауам итте. Балаларға иҫ китмәле сағыу, ҡыҙыҡлы 3Д әкиәт күрһәтелде. Һәр кем матур тәьҫораттар ғына түгел, Ҡыш бабайҙан иҫтәлекле бүләктәр ҙә алып ҡыуанды.


Вернуться назад