Беҙҙең ҡыҙ Ҡытайға йыйынды25.12.2018
Ҡытайҙа “Туризм һылыуҡайы-2019” конкурсы уҙа. Ул бөтә донъянан 50-нән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Халыҡ-ара бәйгелә Башҡортостан данын Өфө ҡалаһынан Регина Нәҙершина яҡлай.

“Берҙәмлек” лицейының ун беренсе класс уҡыусыһы бер ай элек кенә Һиндостандағы Азия матурлыҡ конкурсында иң яҡшы унау иҫәбенә ингәйне. Бынан тыш, Регина – күп кенә гүзәллек бәйгеләре еңеүсеһе һәм призеры.

Ҡытайҙа ҡыҙҙар 10 ғинуарғаса төрлө һынауҙар үтәсәк. “Туризм һылыуҡайы” исемен кем яулары яңы йылда билдәле буласаҡ.


Вернуться назад