Буранда ҡалмағыҙ!25.12.2018
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы халыҡты һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә.

Иртәгә кис һәм 27 декабрҙә тәүлек буйы айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Ел секундына 15-20 метрғаса көсәйәсәк. Юлдың айырым участкаларында ҡар һалыуы бар, боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Башҡортостан сигенә циклон яҡынлаша. Ошоға бәйле атмосфера процестары әүҙемләшәсәк. Аҙна аҙағына бындай күренештәр кәмейәсәк тип күҙаллана.


Вернуться назад