Етемде ҡыйырһыталар!25.12.2018
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһенә Мәсетле районының Кесе Ыҡтамаҡ ауылы кешеһе мөрәжәғәт итә. Ул торлаҡ менән бәйле проблемаға зарлана.

Етем булараҡ, уға фатир бирелгән була. Әммә йәшәү барышында уның күп кенә етешһеҙлектәре асыҡлана. Мәәҫәлән, өйҙә елләтеү системаһы яҡшылап эшләмәй, стеналарға үңәҙ төшкән. Даими дымлылыҡ тороуы сәбәпле, обойҙар ҡуба, насар еҫ тора, йорт йыһаздары еүешләнә, ишек ярығынан урам күренә, ә тәҙрәләрҙән һыу тамсылай. Етмәһә, ҡышҡыһын иҙән туңа.

Өҫтәүенә торлаҡ электр менән йылытыла икән. Уның үҙ кәмселектәре бар. Тейешле йылылыҡ режимын көйләүе ҡыйын һәм энергия өсөн түләү хаҡы ла ҡиммәткә төшә.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Мәсетле районы хакимиәтен етем балаларҙы сифатлы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе үтенеп, әлеге осраҡта өйҙө төҙөгәндәге етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, мөмкин булмаһа, Кесе Ыҡтамаҡта йәшәгән мохтаж йәштәргә башҡа торлаҡ тәҡдим итергә саҡырҙы.


Вернуться назад