Яңы йыл бүләге25.12.2018
Мөғжизәгә ышанырға кәрәк, тиҙәр, бигерәк тә Яңы йыл алдынан. Мәҫәлән, Ейәнсура районы йәштәре көтөлмәгән шатлыҡҡа юлыҡты.

Ошо көндәрҙә районда ғүмер кисергән 14 етем ҡыҙға һәм егеткә фатир асҡыстары тапшырылғандан һуң мөғжизәгә ышаныу тойғоһо һәр кемдә тағы ла артты. Торлаҡлы булған үҫмерҙәрҙең яҙмышы ҡатмарлы, улар был ҡыуаныслы көндө оҙаҡ көттө.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов белдереүенсә, өйлө кеше – бәхетле кеше, хәҙер уларға хеҙмәт урынында емешле эшләргә шулай уҡ тейешле шарттар бар. Киләсәктә һәр береһенең тормошонда тик изге кешеләр генә осраһын, һикәлтәле юлдар тигеҙенә алмашынһын.




Вернуться назад