Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә25.12.2018
Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Игорь Юлашевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Унда урындағы мәктәп уҡыусыларын ҡатнашты.

Игорь Сәхи улы – үҙ ғүмерендә 5500 гектар самаһы мйҙанға урман ултыртҡан, 59 гектар ерҙә махсус питомник булдырған, дүрт тиҫтә йылға яҡын Туймазы тәжрибә урман хужалығына етәкселек иткән арҙаҡлы кеше. Уның тәжрибәһен беҙҙең илдә генә түгел, сит тарафтарҙа ла өйрәнгәндәр.



Вернуться назад