Башҡортостанда көҙгө саҡырылыштың һуңғы һалдаттарын хәрби хеҙмәте урындарына ебәрҙеләр. Илдең Ҡораллы Көстәр сафын республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 250 егет тулыландырҙы.
Тантаналы оҙатыуҙа республиканың хәрби комиссары, Хөкүмәт вәкилдәре, йәмәғәтселек һәм ветерандар ойошмалары етәкселәре, һалдаттарҙың туғандары ҡатнашты.
Көҙгө саҡырылыш ваҡытында быйыл Үҙәк хәрби округының хәрби комиссарҙары 55 мең кешене хеҙмәткә саҡырған. Уларҙың дүрт мең самаһы – Башҡортостан егеттәре.