Башҡортостаным25.05.2012
Илем бар, илем бай,
Күңелем шатлана.
Гүзәллек һәр ерҙә,
Ай, Ҡояш батһа ла.
Яратам мин һине,
Илкәйем-бергенәм.
Сәскә ат, бай йәшә,
Эй, гүзәл ергенәм.
Тырышып эшләһен
Һәр кеше ҡыуанып.
Гел алда, уңышлы
Йәшә һин нурланып.
Кешеләр дуҫ булһын,
Йәшәһен шатланып.
Байлығым — киң күңелем,
Тип әйтһен һоҡланып.
Уҡ-һаҙаҡ, толпар ат,
Ҡурайым ҡулымда.
Дуҫ булһаң, бергә бул
Бараһы юлымда.
Ҡара уй, тар күңел —
Миңә ул ят булыр.
Уйҙарым аҡ булғас,
Һүҙҙәрем хаҡ булыр.
Аҡыллы һүҙ
Үҙ миҡдарына етмәйенсә
Тамсы ергә тамып төшмәй.
Һалҡын көҙ етмәҫтән элек
Осар ҡоштар беҙҙән китмәй.
Ҡояш нуры йылытмаһа,
Ысыҡ кипмәй.
Аҡыллы һүҙ һөйләп өйрән,
Яҡшы һүҙҙән кәйеф китмәй.
Сағыу ҡояш һине һөйөр,
Йылы нурҙарын һылап.
Яҡшылығың донъя биҙәр
Йәйғор нурҙары һымаҡ.
Бәхетле бул, балам!
“Бәхетле бул, балам!”
Ошо һүҙҙәр һеҙгә һәр саҡ
Иртән әйтелә.
Күңелемдә һеҙгә һәр саҡ һөйөү,
Изге хистәр генә эркелә.
Бәхетле бул, балам!
Имен йөрө.
Ауырлыҡтар һиңә теймәһен,
Хызыр Ильяс
һәр саҡ юлдаш булһын,
Аҡылыңа күҙҙәр теймәһен.
“Балам,” — тиеп тибә
бар донъяла
Һәр әсәнең изге йөрәге.
“Һуғыш афәттәрен
күрһәтмәһен”, —
Һәр кешенең ошо теләге.
Бәхетле бул, балам!
Ҡайғы күрмә.
Ауырлыҡтар урап үтһендәр.
Килер көнөң
гел шатлыҡтан торһон,
Гөл-сәскәләр юлыңа үҫһендәр!
Рәхилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.