Ҡайһы шыршы зарарһыҙ?25.12.2018
Тәбиғәт өсөн ҡайһыһы зарарлыраҡ — “тере” шыршы һатыумы, әллә яһалмалы “ҡупшыҡай”ҙымы?

Яңы йыл алдынан Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды эксперттары, “тере” шыршы тәбиғәткә яһалмалыһына ҡарағанда аҙыраҡ зыян килтерә, тип белдерҙе. Ә бит 10—15 йыл элек кенә беҙгә киреһен тылҡыйҙар ине. “Синтетик шыршы һатып алығыҙ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлағыҙ”, тип күпме өгөтләнеләр.

Экологтар әйтеүенсә, яһалма шыршыларҙы етештереү һауаны углекислый газ менән бысрата, эҙемтәһе билдәле инде — климат йылына. Сүплеккә ырғытһаң, ер аҫты һыуҙары ағыулана, яндырһаң, атмосфераға канцероген матдәләр тарала. Ә тәбиғи ағас тулыһынса тарҡалыу үҙенсәлегенә эйә.



Вернуться назад