“Росстат” белдереүенсә, мигранттар ағымы халыҡтың тәбиғи кәмеүен ҡаплай алмай башлаған. 2018 йыл һөҙөмтәһенә ҡарағанда, һуңғы ун йыл эсендә тәүге тапҡыр Рәсәй халҡы һаны кәмегән.
Ошо йылдың ун айында халыҡтың тәбиғи кәмеүе — 180,5 мең, ә мигранттар 101,8 мең кеше тәшкил иткән. Халыҡ һанының аҙайыу сәбәбе — тыуымдың ҡыҫҡарыуында. Үрҙә әйтелгән осорҙа илдең 83 төбәгендә сабыйҙар тыуымы кәмене. Һуңғы дүрт йылда Рәсәй халҡының матди хәле насарланыуы ла быға йоғонто яһамай ҡалманы.