БДУ — донъя рейтингында25.12.2018
Етмештән ашыу ил университеттары араһында Башҡорт дәүләт университеты 563-сө урынды биләй.

Ул — республикабыҙҙың бөтә университеттарынан донъя рейтингына ингән берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Төп талап — экологик инфраструктураны камиллаштырыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәмәғәтселек иғтибарын тәбиғәт проблемаларына йүнәлтеү. Шулай уҡ баҫылып сыҡҡан ғилми эштәр, экология мәсьәләләрен өйрәнеүгә арналған тикшеренеүҙәр ҙә иҫәпкә алынған.




Вернуться назад