Меңдәр йылға йомғаҡ яһаны25.12.2018
Бөгөн Өфөлә иң ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе – Мең ырыуы вәкилдәре йылға йомғаҡ яһаны. Сарала ырыу Советына яңы ағзалар һайланды, киләсәккә пландар ҡаралды.

2019 йыл – Башҡорт автономияһының 100 йыллығы. Ошо уңайҙан һәр районда, ауылда шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереп, саралар уҙғарыу күҙ уңында тотола. Мең ырыуы төбәгендә шағир Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙары ойоштороласаҡ.



Вернуться назад