Өфөләге “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексында – дүрт, “Көмөш шишмә”лә бер оҙайлы төҙөлөш объектына әйләнгән күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙғарылған “Төҙөлөш сәғәте”ндә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев хәбәр итте.
Радий Фәрит улы, кешеләр Яңы йыл байрамына тиклем фатир асҡысы аласаҡмы, тип ҡыҙыҡһынды. Яуаплы даирә вәкилдәре был һорауға ыңғай яуап бирҙе.
“Яңы Булгаков”, “Көмөш шишмә”, “Миловка паркы” торлаҡ комплекстарында социаль программа буйынса төҙөлгән йорттарға бәйле хәл әле булһа ҡатмарлы ҡала. Төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы ике аҙнала ғына алданған өлөшсөләрҙән уларға бәйле 88 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Шулай уҡ “Башҡортостан сәскәләре”, Иглин ауылындағы “Дуҫлыҡ” торлаҡ комплекстарында төҙөлгән йорттарға бәйле лә проблемалар бар.