Һаҡ булығыҙ: ҡотороу сире!25.12.2018
Дыуан районының Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире сәбәпле карантин иғлан ителде. Ул Дауахана һәм Октябрь урамдары биләмәһендә үҙ көсөнә инде.

Декабрь башында ауыл урамында бер ҡатынға төлкө һөжүм итә һәм уның аяғын тешләй. Шул уҡ көндә ҡыр хайуаны тағы бер кешегә ташлана. Һөҙөмтәлә йәнлекте үлтереп, ветеринарҙар уның үләкһәһен тикшереүгә алып китә. Анализ төлкөнөң ҡотороу сире менән зарарланғанын күрһәтә. Зыян күргән кешеләргә дауалау курсы үтергә тура килә.

Карантин биләмәһендә эт һәм бесәй күргәҙмәләре уҙғарыу, йорт хайуандары менән һатыу итеү, уларҙы ҡайҙалыр ситкә сығарыу, кейектәрҙе аулау тыйыла.




Вернуться назад