Уҙған быуаттың 70-се йылдары уртаһында ирле-ҡатынлы Сирғәле Ишемғолов менән Рәхилә Ғөбәйҙуллина, бер нисә айлыҡ улдары Буранбайҙы һәм бер сумаҙандарын күтәреп, Сорғот ҡалаһына юллана. Ике тиҫтә йылдай ваҡыт үткәс, ояларынан дүрт ҡошсоҡто кире Башҡортостанға осорорҙар тип кем уйлаһын!
— Баймаҡ районында тыуып үҫтек. Өй һалып бөткән ерҙән, иптәштәребеҙгә эйәрептер инде, Себер яғына сығып киттек. Бер нисә йылдан ҡайтырбыҙ тип уйлағайныҡ, бер-бер артлы дүрт бала үҫтергәс, шунда төпләндек, — тип ғүмер йомғағын һүтә яҡташтарыбыҙ.
Сирғәле Мөхәмәтғәле улы менән Рәхилә Әбделғәлим ҡыҙы, башҡорт мөхитенән ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, ул һәм ҡыҙҙарын милли рухлы итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән, туған телдең тәмен белеп һөйләшергә өйрәткән. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, үҙҙәренең башҡорт балаһы булыуын онотмаһындар тигәндәй, ғәзиздәренә яғымлы исемдәрҙе генә һайлап ҡушҡандар: Буранбай, Зөһрә, Сәлимә, Салауат.
Яҙмышын уҡытыу эшенә бағышлаған Рәхилә Ғөбәйҙуллина сит өлкәлә үҫеүсе бүтән башҡорт балаларында ла туған телгә һөйөү уятыуҙы оло бурысы тип иҫәпләй. Уҙған быуат аҙаҡтарында ул, ваҡытын ҡыҙғанмайынса, башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә әсә теленән дәрестәр бирә, балаларҙа милли рух тойғоһо тәрбиәләй.
— Өйҙә беҙ тик башҡортса аралашабыҙ. Бәләкәй саҡтарында, тел аңдарына һеңһен тип, балаларға халыҡ әкиәттәрен һөйләй торғайным. Һәр йәй тыуған ауылға ҡайтып йөрөнөк, шуға күрә улар Башҡортостанды яратып үҫте. Һуңынан мәктәпте тамамлау менән, Сорғотта юғары уҡыу йорттары булыуға ҡарамаҫтан, һәр береһе Өфөгә китә торҙо. Тыуған ил, тыуған яҡ төшөнсәһе беҙҙең өсөн изге һәм ҡәҙерле, — ти Рәхилә Әбделғәлим ҡыҙы.
Буранбай Өфө дәүләт сәнғәт академияһында рәссам һөнәрен алған, төп эшенән тыш, шәжәрәләр биҙәү менән мауыға. Зөһрә Башҡорт дәүләт педагогия университетында психологка уҡыған, хәҙер Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем ала. Сәлимә иҡтисадсы һәм юрист һөнәрҙәренә эйә, Салауат Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. Дүртеһе лә киләсәктәрен Өфө менән бәйләргә ҡарар иткән.
— Үҙебеҙ Сорғотта булһаҡ та, йөрәгебеҙ — Башҡортостанда. Шуға күрә тыуған яғыбыҙҙы уйлаған һайын күңелгә моң тула, — тине Рәхилә ханым һәм гәзит уҡыусыларға шиғри күстәнәсен тәҡдим итә.
Н. ХӘСӘНОВА.
Сорғот ҡалаһы.