Уҡыу йорто данын донъяға тарата улар.Белемгә, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро ҡалған егет һәм ҡыҙҙар уҡый. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Дәртле лә, сәмле лә, тырыш та улар. Өфө, Мәскәү, Сингапур йә Ҡытай булһынмы, һәр ерҙә еңеү яулап, уҡыу йортоноң данын республикаға ғына түгел, тотош донъяға тарата студенттар. Белем усағының “Ете ырыу”, “Сармат” халыҡ бейеү ансамблдәре республикала киң билдәле “Байыҡ” телевизион бейеү конкурстарында еңеүселәр ҙә.
Ҡышҡы көндә ҡояшлы “Артек”ты һағыныпСтуденттарҙың республика Башлығы стипендияһы лауреаттары исемлеген йылдан-йыл тулыландыра барыуы – белем усағына оло мәртәбә. Шулай уҡ улар араһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булыусылар ҙа бар. Йәштәр фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһап ҡына ҡалмай, илдең төрлө ҡалаларындағы олимпиадаларҙа ла ҡатнаша, Мәскәүҙә, Дәүләт Думаһында практика үтә. Ғөмүмән, Сибай институты филиалында белемгә ынтылған, заман һулышын тойған йәштәр өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған. Ғилми йүнәлеш алып барһындармы, ижадҡа ылыҡһындармы, спорт менән шөғөлләнһендәрме, үҙҙәрен сәнғәттә һынап ҡарарға теләһендәрме – һәр тармаҡта үҫеш мөмкинлеге булдырылған.
Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы, педагогия фәндәре кандидаты, техник фәндәр кандидаты Азат Вәлиев әйтеүенсә, бында белем алыусылар тормошта юғалып ҡалмай, ниндәй генә өлкәлә хеҙмәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәренең белеме, эш һөйөүсәнлеге менән айырылып тора. Сибай институтын тамамлаған белгестәр Урал аръяғы райондарында етәксе вазифаларҙа эшләй, шулай уҡ илдең төрлө ҡалаларында уңышлы хеҙмәт итә.
Ҡырым Республикаһы менән Сибай институты араһындағы килешеү нигеҙендә уҡыу йорто студенттары “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә вожатый булып эшләү мөмкинлегенә эйә. Быйыл бындай бәхет уҡыу йортоноң дүрт студентына йылмайҙы. Улар – Гөлиә Ҡарасурина, Илгиз Абдрахманов, Рәмзил Булатов, Лиана Ишбаева.
Педагогика факультетының IV курс студенты Гөлиә Ҡарасурина әйтеүенсә, “Артек”та уҙғарған ваҡыт улар өсөн ҙур тәжрибә майҙансығы булған. Тәүҙә Сибай институтында йәй эшләргә теләүселәр өсөн куратор Гүзәл Ишмырҙина етәкселегендә курс ойошторола. Бында улар балалар менән эшләү, төрлө саралар үткәреү, сит илдәрҙән килгән уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу серҙәре буйынса лекциялар тыңлай, тренингтар үткәрә. Һөҙөмтәлә дүрт кенә студент, бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп, “Артек” халыҡ-ара балалар лагерында эшләү мөмкинлеген ала.
— Үҙемдең “Артек”ка барырға тейешлегемде белгәс, башта тулҡынландым. Атай-әсәйемә был хаҡта белдергәс, улар ҡаршы килмәне, фатихаларын бирҙе. Бигерәк тә әсәйем ҡыуанды, ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
Сит ил балалары, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән уҡыусылар менән менән аралашыу тәүҙә еңелдән булманы. Минең отрядҡа Франция, Германия, Американан балалар эләкте. “Диңгеҙ” тип аталған лагерҙа биш смена эшләнем, һәр береһе ҡыҙыҡлы һәм бай тәьҫораттар ҡалдырҙы, үҙем өсөн яңы асыштар яһаным, ҡыҙ һәм малайҙар менән эшләүҙең төрлө алымдарын өйрәндем. Милләтенә, йәшәгән еренә ҡарамайынса, бала һәр ерҙә лә бала булып ҡала, тик улар менән аралаша белеү генә кәрәк. Шулай ҙа миңә тәүге сменалағы уҡыусылар нығыраҡ оҡшаны, сөнки улар шул тиклем әүҙем, дәртле ине. Һәр береһенең лидер булырға ынтылып тороуы үҙеңә лә ныҡлап эшләргә дәрт өҫтәй. Тел мәсьәләһенә килгәндә, аралашыу урыҫса булды. Сит илдәрҙән килгән балаларҙың рус телендә иркен һөйләшеүе һөйөндөрҙө. Ҡара диңгеҙ ярын, уның шаян тулҡындарын, балаларҙың шат тауыштарын әле лә һағынам. Киләһе йыл йәнә вожатый булып эшләү теләге бар, әммә был юлы мин Сочи ҡалаһындағы “Сириус” белем биреү үҙәгенә барырға теләр инем, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлиә.
Илгиз Абдрахманов та уның һүҙҙәренә ҡушылды. Ул “Урман” корпусында эшләгән. “Минең “Артек”та булыуым тәүге тапҡыр түгел. 2017 йылда практика үттем, быйыл иһә вожатый булып эшләү бәхете тейҙе”, – тине ул.
Әбйәлил районының Дәүләт ауылы егете институтҡа һалдат “бутҡаһы”н татып килгән, шуға күрә тормошҡа етди ҡарай. Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән Илгиз Абдрахманов сәләмәт тормош алып бара, волейбол, баскетболды үҙ итә, футбол уйнай. Педагогика факультетының спорт комитетын етәкләгән егет тиҫтерҙәрен дә сәләмәт тормош алып барырға, спортты яратырға өндәй.
Шулай уҡ спортты үҙ иткән, сәләмәт тормошто пропагандалаған, йүгереү менән шөғөлләнгән Рәмзил Булатовҡа ла вожатый һөнәре ныҡ оҡшаған. Ә бына Сибай ҡыҙы Лиана Ишбаева, беренсе курстың йәйге сессияһын тиҙ арала тамамлап, Ҡара диңгеҙ буйына барыуына һис тә үкенмәй. “Яңы дуҫтар таптым, үҙемде һынап ҡараным, тәжрибә тупланым”, — ти ул.
Бар яҡлап та килгәндәрБыл белем усағында йәштәр заман менән йәнәш атлай. Беренсенән, уҡыу йортонда белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: кабинеттар кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән, китапханаларҙа компьютер залы булдырылған. Икенсенән, Сибай институтында насар уҡыу мөмкин түгел, сөнки һәр студенттың белемен камиллаштырыу, һәләттәрен асыу өсөн мөмкинлектәр етерлек. Фән һәм ғилми эш менән шөғөлләнһәң, әйҙә, рәхәтләнеп олимпиадала ҡатнаш, призлы урындар яула, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһа, белем алыуҙы артабан да дауам ит. Фән тауҙарына үрләүселәрҙең бер нисәһе менән яҡындан аралашырға мөмкинлек булды.
Гөлсиә Кинзелбаева – тәбиғи-математика факультетының IV курс студенты. Әбйәлил районының Һамар ауылы ҡыҙы “Математика һәм информатика” бүлегендә белем ала. Уҡыу алдынғыһы, студенттар советы рәйесе.
— Иң мөһиме – теләк кәрәк. Шул саҡта ғына барыһына ла өлгөрөргә мөмкин. Бөгөн беҙҙең өсөн мөмкинлектәр булдырылған, әйҙә, рәхәтләнеп файҙалан, — ти ул.
Тырыш ҡыҙыҡай уҡыу йортоноң “Юлдаш” гәзите редакцияһында эшләй, буш ваҡытында дизайн менән шөғөлләнә. Үҙенә күрә кескәй генә “бизнесы” ла бар. Төрлө форматта грамоталар эшләү менән шөғөлләнә. Ҡаланың сәнғәт мәктәбендә эшләп алырға ла өлгөргән.
Технология факультетының III курс студенты, Сибай егете Азамат Байрамғоловтың буш ваҡыты бөтөнләй тиерлек юҡ, сөнки ул – уҡыу йортоноң һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан замандаштарыбыҙҙың береһе. Каратэ, шахмат буйынса чемпион, буласаҡ инженер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ. “Планетаны бергә һаҡлайбыҙ” экопроекты етәксеһе, ҡала советының ижтимағи йәштәр парламенты рәйесе урынбаҫары Азамат Байрамғоловтың киләсәккә пландары ҙур: үҙ эшен асыу теләге менән дә яна, иҡтисад йүнәлешендә белем алыу мөмкинлеген дә уйлай. Иң мөһиме – әлегә яҡшы итеп уҡырға, бар мөмкинлектәрҙән файҙаланып, даими үҫергә, тормошта үҙ урыныңды табырға.
Хәйбулла егете Артур Әхмәтовтың бала саҡтан кешеләрҙең үҙ хоҡуҡтарын белмәүе, уны яҡлай һәм талап итә алмауы борсой. Шуға күрә Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағас та, һис икеләнеүһеҙ документтарын “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетына тапшыра һәм яңылышмай. Буласаҡ юрист уҡыуҙа ла һынатмай, студент тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Ул бер төркөм иптәше менән Мәскәүҙә Дәүләт Думаһында ла булған. Буласаҡ хоҡуҡ белгесе парламент эшмәкәрлеге менән яҡындан танышып, закон сығарыуҙың ни тиклем ҡатмарлы, нескә эш икәнлеген тойған, проекттарҙы ҡабул итеү өсөн ниндәй юлдар аша үтергә кәрәклеген өйрәнгән. Депутаттар менән аралашыу тәрән тәьҫораттар ҡалдырған, буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауына ышанысын арттырған. Ҡулына диплом алғас та, Артур хәрби бурысын үтәргә йыйына.
Ҡаҙаҡтар ҙа белем эстәйСибай институтында күпселек Урал аръяғы райондарынан килгән йәштәр генә белем ала, тип уйлаһаң, тәрән яңылышаһың, хөрмәтле гәзит уҡыусы. Бында көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыу нигеҙендә ҡаҙаҡ, үзбәк, чечен, татар милләте вәкилдәре, шулай уҡ алыҫ Себер тарафтарынан йәштәр бар. Барыһы ла үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй. Иң мөһиме – уларҙың ятағында милләт-ара аңлашылмаусанлыҡ юҡ, белем усағында ла милли ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата ҙур ихтирам һаҡлана.
Был юлы беҙ Ҡаҙағстан йәштәре менән яҡындан танышыу бәхетенә өлгәштек. Нурғәли Кенжибулатов – технология факультетының III курс студенты. Ул – шулай уҡ студент үҙидараһы рәйесе урынбаҫары, уҡыу йорто ятаҡтарында үткән төрлө конкурстарҙы ойоштороусыларҙың береһе лә. Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһынан килгән Аят Алжанова менән Улугбек Исхаҡовтар ҙа Сибай институтында уҡыуынан бик ҡәнәғәт. “Аралар йыраҡ булһа ла, белем алыу теләге көслө”, — тип йылмая мөләйем ҡыҙ Аят. Ул педагогика факультетының II курсында уҡый.
— Беҙҙең илдә юғары белем алыуға ҙур иғтибар бирелә, шуға күрә тыуған яғыма дипломлы белгес булып ҡайтырға хыялланам. Һәр минутымды бушҡа үткәрмәй, бар яҡлап һәләттәремде асып, мөмкинлектәрҙән файҙаланырға тырышам. Бында уҡыу оҡшай, уңайлы шарттар тыуҙырылған, тырышырға ғына кәрәк, — ти ул.
Байконурҙа тыуып үҫкән Лиана Бәҙретдинова уҡырға быйыл ғына килгән, шуға ул тыуған яғын һағыныуын йәшермәй. Ибраһим Изарипов — буласаҡ инженер, ул технология факультетының III курсында уҡый.
Ҡаҙаҡ студенттары уҡыу йортонда үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, юғары белем алыр өсөн бар тырышлығын һала.
Һайрар өсөн яралғанИҫ киткес моңло тауышы менән күңел ҡылдарын тирбәткән, йөрәктәрҙе хискә күмгән, ғәжәп мөләйем ҡыҙ — сираттағы геройым. Буласаҡ психолог һәм социаль педагог һөнәрен үҙ иткән, республика йыр конкурстары лауреаты, йәш йырсы Зөбәйҙә Ҡоләмбәтова ла Сибай институтында белем ала.
Йылайырҙың йырлы-моңло ҡыҙының тамырҙары данлы йырсылар династияһы булған Бикбулатовтарға барып тоташа. Әсәһенең бер туған һеңлеһе, билдәле йырсы Гөлсөм Бикбулатова, Сибайҙа “Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнашып, башҡорт халыҡ йыры “Зөбәйҙә”не башҡара һәм еңеү яулай. Тап шул саҡта Йылайырҙа бер ҡыҙ бала донъяға ауаз һала. Тәүгеләрҙән апаһы янына килгән Гөлсөм сабыйға үҙенә уңыш килтергән “Зөбәйҙә” йырының исемен ҡушырға тәҡдим итә. Туғандары уның теләгенә ҡаршы килмәй: “Ул да киләсәктә йырсы булыр, үҙенә исем биргән йырҙы сәхнәләрҙә башҡарыр”, — ти. Ысынлап та, әйткәндәре юш килә, Зөбәйҙә Ҡоләмбәтова — бөгөн эстрада әҫәрҙәрен генә түгел, халҡыбыҙҙың аҫыл йыр өлгөләрен халыҡсан башҡарыу оҫталығына эйә йәш йырсыларыбыҙҙың береһе.
— Алты йәштән “Ирәндек моңдары” йыр бәйгеһендә ҡатнаштым, унда өсөнсө урынды яуланым. III курста йәнә ошо уҡ конкурста үҙ көсөмдө һынап ҡараным һәм тағы ла өсөнсө урынды алдым. 2016 йылда “Башҡорт йыры” бәйгеһендә “Өмөт” номинацияһына лайыҡ булдым. Уҡыу менән бер рәттән төрлө йыр конкурстарында ҡатнашыу еңелдән түгел. Дәрестәрҙе ҡалдырмаҫҡа кәрәк, имтихандар ҙа “һә” тигәнсә килеп етә, — тип йылмая Зөбәйҙә.
Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Студент кешегә Өфөгә барып йыр яҙҙыртыу, сәхнә кейемдәрен һатып алыу еңелдән түгел. Хәҙер йырҙарҙы ла үҙенә һатып алырға тура килгәс, сығымдар ҙа байтаҡҡа төшә, шуға күрә, Зөбәйҙә әйтеүенсә, теләк булһа ла, кеҫә яғының наҡыҫлығы бәғзе осраҡта төрлө конкурста ҡатнашырға мөмкинлек бирмәй.
Бала саҡтан ҡартатаһы Вәлиулла һәм олатаһы Әсҡәт Бикбулатовтарҙың халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуын күреп үҫкән ҡыҙ үҙе лә халыҡ йырына ғашиҡ. Яратҡан апаһы Гөлсөм дә, һылыуының һәр сығышын күҙәтеп, кәңәштәрен биреп тора: “Еңел-елпе йыр өсөн көсөңдө сарыфлама. Күберәк халыҡ йырҙарын башҡар”. Шуғалыр ҙа, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Зөбәйҙәнең репертуарында халыҡ ижады өлгөләре байтаҡ. Бигерәк тә ул “Зөбәйҙә”, “Сәлимәкәй”, “Мәҙинәкәй”, “Төхвәт кантон” кеүек йырҙарҙы яратып башҡара.
Туғандары ла — данлы Бикбулатовтар нәҫеле — Зөбәйҙәнең тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләтенә, йыр-моңдоң ҡәҙерен белеүенә, һаҡсыл ҡарашта булыуына һөйөнә. Әле йәш йырсы күберәк ретро стиленә өҫтөнлөк бирә, уларҙы өйрәнә. Тамашасылар билдәле йырсылар Вилдан Яруллин, Сәғиҙулла Баййегет менән башҡарған дуэттарын да йылы ҡабул итте.
Халҡын һөйөндөрөп һайрар өсөн яралған һандуғасыбыҙ сәхнәләрҙә сығыш яһармы, әллә уҡыу йортонда үҙләштергән һөнәрен үҙ итерме — әлегә билдәһеҙ, әммә шуны ҙур ышаныс менән әйтергә мөмкин: йырламайынса йәшәй алмай Зөбәйҙә. Тимәк, киләсәктә тауышын ишетербеҙ әле Сибай институты һандуғасының.
“Бейеү – минең тормошом”тип ҡаршыланы беҙҙе Сибай институтының “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамбле солисы, педагогика факультетының III курс студенты Фәйез Үҙәнбаев. Уның был һүҙҙәренә һис тә аптырайһы түгел, сөнки атаһы Закир Үҙәнбаев Әбйәлил районының данлыҡлы бейеүселәр төйәге Атауҙынан. Әйткәндәй, күптән түгел “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсынан Фәйез, яңғыҙ бейеүселәр араһында ҡатнашып, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ул ҡасандыр атаһынан өйрәнеп алған “Башҡорт маршы” һәм “Мораҙым” исемле бейеүҙәрҙе тәҡдим итте. Әбйәлил районынан Үҙәнбаевтар ғаилә ансамбле был бәйгелә Гран-при яуланы. Уның составында уның бер туған ағайҙары Илмир менән Илһам да бар.
Сибайҙар Фәйездең атаһы Закир Үҙәнбаевты оҫта бейеүсе генә түгел, талантлы педагог булараҡ та яҡшы хәтерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙан бик иртә киткән, әммә уның юлын өс вариҫы — бейеүсе улдары лайыҡлы дауам итә. Төпсөгө Фәйез бөгөн Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының өлгөлө бейеү ансамбленә етәкселек итергә хыяллана. Атаһы нигеҙ һалған был ижади коллективҡа уның исеме бирелгән. Рухына тап төшөрмәй, ҡасандыр атаһы һалған бейеүҙәрҙе ҡайтанан сәхнәгә алып сығырға хыяллана.
Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы, тигән фекер хаҡтыр, күрәһең. Фәйез Үҙәнбаев — һәләтле студент. Ҡулына гитараһын тотоп сәхнәгә сыҡһынмы, үҙенә оҡшаған шиғырға йыр ижад итһенме, йырлаһынмы, бейеһенме, йә булмаһа, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп шиғыр һөйләһенме — барыһын да килештерә.
– Тәүҙәрәк атайымдың бейегәненә иҫем китеп ҡарап ултыра торғайным, артабан үҙемдең дә уның кеүек булғым килде. Ағайҙарымдың да сәхнәлә сығыш яһауы миндә бәләкәй саҡтан ҡомар уятмай ҡалмағандыр, моғайын. Артабан мәктәптә Әнүәр Шафиҡов етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Ә инде атайым вафат булғас, мотлаҡ уның юлынан барырға теләнем. Бейеүһеҙ йәшәй алмайым, ул — тормошом, булмышым, йәшәйешем.
Әле Фәйез Үҙәнбаев — бер төркөм рухташтары менән “X-FIG” тип аталған вокаль-инструменталь ансамбль етәксеһе. “Ни өсөн ундай исем бирҙегеҙ?” — тигән һорауыма ул: “Һәр беребеҙҙең баш хәрефтәрен алдыҡ”, — тип яуапланы.
Уҡыу йортонда бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй тиһәк тә, хата булмаҫ. Алып барыусы булһынмы, бейеһенме, йырлаһынмы — һәр сығыштың уртаһында Фәйез Үҙәнбаевты күрергә була. “Уҡырға ваҡыт ҡаламы һуң?” — тигән һорауыма ул, шат йылмайып: “Әлбиттә! Һәр ерҙә өлгөрөргә тырышам, мин бит егет кеше!” — тине.
Бейеүсе лә, шағирә лә, спортсы ла, сибәркәй ҙә! Был һүҙҙәрҙе уҡығас, “Кавказ тотҡоно” фильмындағы төп героиня хаҡында һүҙ баралыр, тип уйлап ҡуймағыҙ. Тап ошо уҡ фекерҙе педагогика факультетының “Башҡорт һәм рус теле” бүлегенең V курс студенты Динара Йәрмөхәмәтоваға ҡарата ла әйтергә мөмкин. Йырлай ҙа, бейей ҙә, спортсы ла, уҡыу йортоноң ғорурлығы ла Динара.
Сығышы менән Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан был ҡыҙ. Биографияһы ярайһы уҡ оҙон. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында белем ала, данлыҡлы “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Артабан ул Учалы халыҡ театры режиссеры Розалия Фәйезова сәхнәләштергән “Ҡолой кантон” (авторы — Спартак Ильясов) әҫәрендә Ҡолойҙоң өсөнсө ҡатыны Ғәфифә ролен башҡара, аҙаҡ Флорид Бүләковтың “Изге ғәмәл”ендә Фатима ҡарсыҡ ролен һынландыра.
Юғары белем алыу теләге уны 2014 йылда Сибай институтына алып килә. Сәнғәтте яратҡан ҡыҙ тәүге көндәрҙән алып уҡыу йортондағы бар сараларҙың уртаһында ҡайнай, үҙенең төрлө сығыштары менән уға йәм-ҡот өҫтәй. Азат Нәбиуллин етәкселегендәге “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең алмаштырғыһыҙ солисы ла ул. Был ижади коллектив — “Байыҡ” телевизион конкурсы еңеүсеһе.
2016 йылда Динара Йәрмөхәмәтова уҡыу йортонда “Йыл студенты” исеменә лайыҡ була, Хәйбулла районында үткәрелгән “Байыҡ” район бейеү конкурсында беренсе урынды яулай. Шулай ҙа уның төп геройы Һәҙиә образылыр, моғайын. Әйткәндәй, тап ул башҡарған роль “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 шәхес” проекты сиктәрендә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған махсус фильмға нигеҙ итеп алына.
Буш ваҡыттарында ҡыҙ ижад итергә ярата. 2011 йылда Динараның “Сабый булып ҡалам” тигән китабы донъя күрә, шул уҡ йылда Учалы яҙыусылар ойошмаһына ҡабул ителә. Уның шиғырына күренекле композитор Юлай Моратов яҙған йыр өлгөләре лә бар. “Әсәкәйем, күҙ нурым”, “Булһаҡ икәү гел бергә” йырҙарын ул үҙе башҡара. Фәйез Үҙәнбаевтың уның шиғырына ижад иткән “Ниңә генә” йырына Нәзилә Туйгилдина клип төшөргән.
Бына шундай бар яҡлап килгән, талантлы, белемле, матур һәм мөләйем ҡыҙ уҡый Сибай институтында.
Буласаҡ юрист ҡына түгел, чемпион да!Бала саҡтан грек-рим, билбау көрәше менән ҡыҙыҡһынған Данил Хазыров әле лә яратҡан шөғөлөн ташламай. Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән Данил сәләмәт тормошто, спортты ярата. Был сифаттар буласаҡ һөнәрендә лә кәрәкле, тип иҫәпләй. Бөгөн уның 30-ҙан ашыу бәйгелә яулаған миҙал һәм кубоктары бар. Шулай уҡ ул — Бөтә Рәсәй турниры чемпионы, ике тапҡыр Рәсәй беренселеге призеры.
Күптән түгел бил бирмәҫ батыр көрәш буйынса Башҡортостан чемпионатында икенсе урынды яулаған, әле йәш көрәшсе республика юғары уҡыу йорттары араһында Өфөлә үтәсәк универсиадаға әҙерләнә.
Сибай студенттарының уҡыу тормошо менән ике көн рәттән яҡындан танышҡас, күңелдә бер генә фекер тыуҙы: ысынлап та, иң дәртле, сәмле, ғәмле, белемле, маҡсатлы һәм талантлы йәштәр бында, Сибай институтында, белем ала.