Кешене ерҙә тел йөрөтә25.12.2018

“Аяҡ баҫҡан һайын инглиз һүҙҙәренә абынаһың...”

Халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы — халҡыбыҙҙың милли традициялары нигеҙендә хәүефһеҙ, уңайлы шарттар тыуҙырыу, һәр баланың үҫеш мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, белем биреү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләгән мәғариф учреждениеларының береһе.

Хәҙерге заманда уҡыусыға белем биреү генә аҙҙыр, моға­йын. Оло тормошҡа егет һәм ҡыҙҙарҙы һәр яҡтан да әҙерлекле итеп тәрбиәләү, дөрөҫ йүнәлеш биреү өсөн уҡытыусыларға ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә. Уҡыу процесының көсөргәнешле икәнен ата-әсә лә яҡшы белә. Балаһын киләсәктә үҙаллы, төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаҫлыҡ, һөнәрле шәхес итеп күрергә теләгән һәр кем ғәзизенең белем алыуға ынтылышын хуплап ҡына ҡалмай, ә төрлө яҡлап һәләттәрен асыуға ярҙам итә. Ата-әсәнең ғәзизен тап ошо гимназия коллективына тәрән ышаныс менән тапшырырға теләүе аңлашыла ла: бында оло йөрәкле, сабый күңелен аңлаған үҙ эшенең оҫталары эшләй.

Шуларҙың береһе юғары категориялы инглиз теле уҡытыу­сыһы Гөлназ Шамил ҡыҙы Абдуллина менән сәфәр барышында осрашырға яҙҙы. Райондың инглиз теле уҡытыусыла­рының методик берекмәһе етәксеһе лә икән ул. Бына бишен­се йыл уҡыусыларға инглиз телен тәрән өйрәнеү маҡсатында өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса әүҙем эшләйҙәр. Хәҙерге заман йәштәренә күп тел белеүҙең донъяла төрлө юлдар асыу өсөн кәрәкле асҡыс икәнлеген аңлатып тороуҙың зарурлығы юҡтыр.

– Беҙҙең проект халыҡ-ара стандарттарға ныҡлы яуап бирә, – ти Гөлназ Шамил ҡыҙы. – Күрше мәктәптәрҙән дә килеп өҫтәмә белем алған уҡыусылар бар. Күп телдәрҙе белеү баланың эске донъяһын да байыта.

Өлкән класс уҡыусыларының Гөлназ Шамил ҡыҙы менән инглиз телендә еңел аралашыуын тыңлап, үҙебеҙҙең башҡорт гимназияһында ултырғаныбыҙҙы ла бер мәлгә оноттоҡ. “Инглиз”дәр бер аҙҙан рус, аҙаҡ саф башҡорт теленә күсте. Тел­де яҡшы кимәлдә өйрәнергә теләгәндәр өсөн гимназияның ғорурлығы булған бик матур өлгө лә бар. Ошонда белем алып, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашҡан Айгөл Саяпова бына дүртенсе йыл инде Абу-Дабиҙағы Нью-Йорк университетында уҡый, иҡтисадта халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса белгес буласаҡ.
“Башҡорт мөхитендә үҫкән балаға сит телде үҙләштереү анһат түгелдер” тигән икеләнеүебеҙҙе Гөлназ Шамил ҡыҙының аныҡ, тормошсан миҫалдары юҡҡа сығарҙы.

— Аяҡ баҫҡан һайын инглиз һүҙҙәренә абынабыҙ түгелме ни хәҙер? Хатта әбей-бабай ҙа “сникерс”тың — кроссовка, “тайд”тың — тулҡын, “хеден шолдерс”тың баш һәм яурын икәнен яҡшы белә. “Демонстрация”, “революция” һәм башҡа “ция”ларҙың инглиз теленән инеүе барыбыҙға мәғлүм. Башҡорт балаһының күп телдәрҙе белеүен оло юлдың башланғысы тип ҡарарға кәрәк.


Вернуться назад