Кәрәк икән беҙ – йүнсел, кәрәк икән – комбайнсы!25.12.2018

“Шар төртөү” тигәнде генә аңлатмай спорттың был төрө.

Гел генә “эшләргә, эшләргә” тигән девиз менән йәшәп булмай. Кешегә күңел асыу, аралашыу, ял итеү өсөн дә уңайлы мөхит кәрәк. Дүртөйлөләр буш ваҡытын нисек уҙғара икән? Юл ыңғайы “Империя” тигән яңғырауыҡлы атамалы мәҙәниәт-күңел асыу үҙәгенә һуғылмаҡсы булдыҡ.

Элекке район ҡулланыусылар йәмғиәтенән ҡалған ике ҡатлы бинаны “Империя”ға әүерелдерергә кем баҙнат иткән? Тәүге ҡатында — яландай банкет залы, ә цоколь ҡатында бөтә уңайлыҡтар булдырылған бильярд һәм боулинг залдары. Бар эшләй. Үҙәктең хужаһы, Башҡортостан бильярд спорты федерацияһының Дүртөйлө районы буйынса вәкәләтле вәкиле Азат Хасбуранов биләмәһе менән таныштырыу барышында спорттың ошо төрөнә нисек ылығып китеүен, хәҙер унан башҡа донъя йәмен күҙ алдына ла килтерә алмауын һөйләне.

— Бынан ун йыл самаһы элек спорт мәктәбенә йөрөп, бильярд уйнарға әүәҫләндем. Бик боронғо уйын, тыуған иле — Азия, кемдәрҙер — Һиндостан, икенселәр Ҡытай тип раҫларға тырыша. ХVIII быуат аҙағында ул хатта Европала һәм Рәсәйҙә дворяндарҙы тәрбиәләүҙең мотлаҡ программаһына индерелгән.

— Уйында еңеү өсөн ниндәй сифаттар талап ителә?

— Бильярд бит ул “шар төртөү”ҙе генә аңлатмай. Бик ҡыҙыҡлы, аҡыл һәм зирәклек талап иткән уйын. Геометрияны яҡшы белеү ҙә, логика ла кәрәк. Хатта шахмат уйыны менән сағыштырырға була. Һалҡын ҡанлылыҡты, түҙемлекте ярата, “ҡыҙыу баш”тар өсөн түгел. Кешенең холҡон белгең килһә, мотлаҡ бильярд уйнарға кәрәк, тип белеп әйтәләрҙер. Элек был уйынды һанламаһалар, хәҙер уға ҡараш тамырынан үҙгәрҙе. Ярыштар, турнирҙар бильярдты бына тигән ҡыҙыҡлы спорт төрөнә әүерелдерҙе. Өҫтәүенә уны төрлө йәштәге кеше уйнай ала, йәш сикләнмәгән.


Беҙ әле йыл аҙағында уҙасаҡ Башҡортостан чемпионатының аҙаҡҡы этабына әҙерләнәбеҙ. Еңеү өсөн бары өҙлөкһөҙ күнекмәләр һәм тыныс холоҡлолоҡ кәрәк, Азат Фаил улының “урыҫ” һәм “америка” бильярдтары, уйын ҡағиҙәләре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Бильярдтың уйын ғына түгел, ә бизнес икәнен дә аңланыҡ, сөнки ул, ғәҙәттә, уңышлы ҡаҙаныштар яулағандарҙың шөғөлө.
Стеналары кубоктар, приздар, иҫтәлекле фотолар менән сыбарланған, заманса дизайн, ҡорамалдар менән йыһазландырылған залды ошо хәлгә индереү өсөн бер йыл дауамында ремонт эшләнек, ти эшҡыуар Азат.

— Ярай әле ағай-эне ярҙам итәйек, тип кенә тора, өмә лә үткәрҙек. Бөгөн коллективтағы ун кеше менән залдарҙы тәртиптә тотабыҙ, банкеттар үткәрәбеҙ. Таңғы сәғәт 4-кә тиклем “Империя” гөрләп тора. Табыш сығымдарҙы ҡапларға ла, эш хаҡы түләргә лә, артабан үҫешергә лә ярҙам итә, — ти ул.

“Хеҙмәтеңдән кинәнес алыу — һирәктәр өлөшө, яратҡан эш ялҡытмайҙыр?” – тигәс, Азат Фаил улы көлөмһөрәп ҡуйҙы.

— Эш түгел, “Империя” — минең өсөн хобби ғына, — тип аптыратты. — Иген игеүҙән дә яҡшыраҡ, күңелгә ятҡан эш юҡ. Маҡтанып әйтә тип уйламағыҙ, мин МТС хужалығында “арбанан төшөп ҡалғандарҙан” түгелмен. Быйыл “Челенджер” комбайнында 40 мең центнер иген йыйып тапшырҙым, 1600 гектар майҙанда иген һуҡтым. Күпме эш хаҡы алдың тип һорайһығыҙмы? Теүәлләп әйтеп тормаһам да була, бик яҡшы түләнеләр, ҡәнәғәтмен.

Баҡһаң, беҙ быйылғы ураҡта механизаторҙар араһында ойошторолған конкурста еңеүселәрҙең, Chevrolet Niva автомобиле менән бүләкләнгән алдынғы комбайнсыларҙың береһе менән әңгәмәләшеп торабыҙ икән.

— Мәктәпкә уҡырға төшкәндән алып гел механизатор атайым эргәһендә йөрөнөм. Ҡыуһалар, ҡасып-боҫоп бункер машинаһы аша комбайнға менеп ултырам. Иванайҙа атайымдың комбайнсы ярҙамсыһы булып та байтаҡ йөрөнөм. Игенсе хеҙмәтенең әсе-сөсөһөн бала сағымдан татып үҫкәнгә шулай яҡын да, ҡәҙерле лә был һөнәр. Салауат ағайым да ошо хужалыҡта эшләй, гел алдынғылар иҫәбендә.

Булмышы менән эшҡыуарлыҡҡа, йөрәге менән ер эшенә тартылған егеттең һөнәрҙәре лә һанап бөткөһөҙ: Азат — ташсы, Азат — бетонсы, Азат — иретеп йәбештереүсе... Дүртөйлөнөң егәрле, ныҡыш ир-аттары халыҡ аҡылына таянып эш итә, күрәһең: “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ”.


Вернуться назад