Туймазыла тағы ут сыҡҡан. Иҫке Ҡандра ауылында таң менән торлаҡ йорт янған. Емереклектәр араһында ике һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙарҙың мәйете табылған.
Балаларҙың атаһы ҡырҙа эштә булған. Төтөндө күргәс, йоҡлап ятҡан ҡыҙҙарын уятып тормай, әсәләре ярҙам артынан тышҡа атылған. Әммә... кире килеп өлгөрмәгән.
Янғын тураһындағы хәбәр ҡотҡарыусыларға 6 сәғәт 35 минутта килә. Улар урынға килгәс, 4х8 майҙанлы йортҡа һәм ихата эсендәге ҡаралтыларға ут тоҡанғанын күрә. Янғынды бер сәғәт эсендә һүндерәләр.
Әле әсә кеше ҡаты тетрәнеү кисерешендә, бер нимә лә һөйләй алмай. Янғын сәбәбе тикшерелә. Шуныһы ҡыҙғаныс, яңыраҡ ҡына Ҡандры ауылында ут сығып, фажиғә өс бәләкәстең ғүмерен ҡыйғайны инде.
Граждандарға айырыуса алдағы байрам көндәрендә ут, шартлатҡыс, майшәм менән һаҡ булырға, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк.