Өйгә эш артыҡ күп бирелмәйме?25.12.2018
Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильева уҡыусылар өсөн өйгә эш биреүҙең уртаса ваҡытын атаны. Министр билдәләүенсә, икенсе-өсөнсө кластарҙа балаларға дәрес әҙерләү ваҡыты – 1,5 сәғәт, дүртенсе-бишенсе кластарҙа – ике, алтынсы-һигеҙенсе кластарҙа – 2,5 сәғәт, туғыҙынсы-ун беренсе кластарҙа 3,5 сәғәттән артырға тейеш түгел.

Ведомство етәксеһе беренсе класта балаларға бөтөнләй өйгә эш бирмәүҙәрен, шул уҡ ваҡытта белем усаҡтарында өйгә бирелгән эштең йөкмәткеһен һәм күләмен уҡытыусы үҙе хәл итеүен дә билдәләне.




Вернуться назад