ЙЫЛ БАТЫРЛЫҒЫ! Дуҫын бәләлә ҡалдырмай25.12.2018
Быйыл ғинуарҙа Йәрмәкәй районының Яңы Турай ауылында II класта уҡыған ике малай тюбингта шыуырға китә. Йылға буйлап барғанда, дуҫтарҙың береһе, боҙҙоң ныҡлығын самалап ҡарау өсөн, уның өҫтөндә һикергеләй.

Үкенескә ҡаршы, боҙ ҡапыл ватыла, малай һыуға ҡолай, ҡысҡыра һәм бата башлай. Фәдис Сәлимгәрәев тиҙ генә яр ситенә йүгереп килә, батып барған дуҫына ҡулын һуҙып, уны һыуҙан тартып сығара. Улар бергәләп Фәдистең өләсәһенә йүнәлә, унда малайҙың кейем-һалымын алмаштырып, ата-әсәһенә хәбәр итәләр.

“Батып барған кешене ҡот­ҡарғанда ҡыйыулығы һәм тәүәк­кәл эш иткәне өсөн Рәсәй Ғәҙәт­тән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Фәдис Сәлимгәрәевте “Һыуҙа батып барыусыларҙы ҡотҡарғаны өсөн” билдәһе менән бүләкләүгә тәҡдим итте”, — тип белдерҙе ведомство хеҙмәт­кәрҙәре.

Бәләбәйҙә йәшәгән һигеҙ йәшлек герой ҡаланың насар күргәндәр өсөн коррекция мәктәбендә уҡый. Малай мәктәптә лә тәртипле, үҙенә ҡушылған эштәрҙе ҙур теләк менән һәм яуаплы башҡара, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Аралашҡанда ихлас һәм ярҙамсыл.


Вернуться назад