Иң көслө кеше дәртләндергәс...25.05.2012
Иң көслө кеше дәртләндергәс...Арғаяш районының Аҡбаш ауылында Эльбрус Ниғмәтуллиндың армспорт буйынса IX турниры булды. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының спорт буйынса комиссияһы етәксеһе, стронгмен буйынса донъяның вице-чемпионы, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турнирында дүрт тапҡыр еңгән бәһлеүән тап ошо ерҙә тыуып үҫкән.
Урындағы урта мәктәптә ойошторолған ярышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Хәкимов менән физик культура һәм спорт идаралығы етәксеһе Руслан Әлимов бәйгеселәргә таһыллыҡ, юғары ҡаҙаныштар теләне. Өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосоповтың ҡотлау сәләмен йәмәғәт берекмәһе ағзаһы Наил Шәйҙуллин еткерҙе.
– Йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу – башҡорт ҡоролтайы етәкселеге өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, – тине ул. – Морис Йосопов, бер үк ваҡытта Билбаулы көрәш федерацияһы рәйесе булараҡ, һәр саҡ йәштәребеҙҙең изге башланғысын хупларға һәм “сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән һүҙҙәрҙе раҫларға тырыша.
Эльбрус Ниғмәтуллин, силәбеләрҙе сәмләндереп, үҙе тәрбиәләгән атлеттарҙың – көс экстримы буйынса Рәсәй чемпионы Алексей Золотухиндың, пауэрлифтинг буйынса Урал чемпионы Римма Кәримованың һәм “Илдең иң көслө ҡатыны” исемен яулаған Анна Глушконың бөгөн өлкә ғорурлығы булыуын телгә алды.
Башта VI – XI класс уҡыусылары көс һынашты. Ярыш барышында уларға Рәсәйҙең иң көслө кешеһе менән иркен аралашыу, кәңәш һорау мөмкинлеге булды. Эльбрус Ниғмәтуллин иһә йәш яҡташтарын дәртләндереп кенә торҙо. Бик ҡыҙыу барған алыш йомғаҡтары буйынса төп бүләк – Еңеүсе кубогы – Аҡбаш мәктәбенә эләкһә, икенсе урынды – Мәтәл, өсөнсөлөктө Ишәле командалары яуланы.
Өлкәндәрҙең ярышы айырыуса сәмле үтте. Төрлө ауырлыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге урындарҙы Регина Иҡсанова (Ишәле), Рузалина Шәрипова (Ҡамыш), Гөлдәр Киҫәүбаева (Аҡбаш), Эльзида Хәкимова (Аяҙғол) алһа, ирҙәрҙән Илдар Сәғәҙәтуллин (Аҡбаш), Руслан Йәнбирҙин (Аҡбаш), Альфред Яҡупов (Ишәле), Рудамиль Заһиҙуллин (Ҡолой) һәм Артем Лежнев (Арғаяш) еңеүсе булды. Спортсыларға кубок, миҙал һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Әйткәндәй, Эльбрус Ниғмәтуллиндың быйылғы турниры йөҙҙән ашыу кешене йыйҙы. Унда ҡатнашып, еңеү яулағандар быйыл йәй Силәбе өлкәһе кимәлендә Арғаяш ерендә үтәсәк спорт уйындарында район данын яҡлаусы йыйылма командаға индерелә.
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.


Вернуться назад