Үҙәктәр асыла06.12.2011
Башҡортостанда тағы өс гемодиализ үҙәге асыласаҡ. Улар 100-ҙән ашыу пациентҡа квалификациялы ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Учреждениелар баш ҡаланың Дим районында, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә урынлашасаҡ. 17 аппарат 102 сирлегә гемодиализ терапияһы күрһәтеүгә иҫәпләнгән. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы билдәләгән нормативтарға ярашлы, республикала 150 гемодиализ аппараты ҡуйылырға тейеш. Әлегә иһә 90 аппарат ауырыуҙарға кәрәкле дауа алырға ярҙам итә.