Күренекле ғалим-этнограф, тарих фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре Рим Янғужинды хаҡлы рәүештә халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының береһе тип әйтә алабыҙ. Барлыҡ ғүмерен милләтенең тарихын тәрәндән өйрәнеп, уны киләһе быуынға еткереүҙе үҙенең төп бурысы итеп ҡуйған, ошо өлкәлә тынғыһыҙ хеҙмәт иткән ил улын һис оноторлоҡ түгел.
Башҡорт дәүләт университетында профессор Рим Зәйниғәбитдин улының тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһының ойошторолоуы ла әле әйтелгәнгә дәлил булып тора. Конференцияла ғалимдың хәләл ефете Зәйтүнә Янғужина, уның улы — философия фәндәре докторы Айбулат Янғужин, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Латвияның билдәле фән әһелдәре ҡатнашты.
— Профессор Янғужин ҡалдырған фәнни мираҫ баһалап бөткөһөҙ, — тине инеш һүҙендә республикабыҙҙың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Уның хеҙмәттәре һис ҡасан да әһәмиәтен юғалтмаясаҡ, киреһенсә, киләһе быуын ғалимдары өсөн тарих фәнендә яңы йүнәлештәге ғилми эҙләнеүҙәргә нигеҙ булып торасаҡ.
Рим Янғужиндың 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 11 монографияһы башҡорт халҡының этногенезына, социаль хәле, демография һәм рухи байлығына арналған. Төплө эҙләнеүҙәр менән ул Рәсәйҙә генә түгел, сит ил ғалимдары араһында ла киң танылыу алды.
Башҡорт дәүләт университетында ул булдырған этнография музейы ла уңышлы эшләп килә. Башҡорттарҙың төп кәсептәрен сағылдырыусы экспонаттар ҙур ҡиммәткә эйә. Ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, һунарсылыҡ, кейем-һалым, һауыт-һаба, биҙәүестәр, милли музыка ҡоралдары — былар барыһы ла хәҙер инде профессор Рим Янғужин исемен йөрөткән этнография музейында урын алған.
Пленар ултырыштан һуң, ғалим-этнограф йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Бөгөн иһә профессор Янғужиндың тыуған төйәгендә — Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында конференция өс тематик йүнәлештә дауам итә.
Аҫыл ирҙе ил онотмаҫ, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Күрәһең, был һүҙҙәр ғалим Рим Янғужин кеүектәргә ҡарата әйтелгәндер.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ