Быйылғы “Һылыуҡай-2018” бәйгеһе үҙенсәлекле мәҙәни сара булыуы менән республика тарихына инеп ҡалды. Лайыҡлыларҙан-лайыҡлы, иң гүзәл Башҡортостан ҡыҙы исемен 20 йәшлек Әлшәй ҡыҙы – Өфө дәүләт авиация техник университетының III курс студенты Әлфинә Кашапова яуланы.
Гран-при алған ҡыҙға еңеүсе тажын былтырғы һылыуҡай Земфира Байдәүләтова кейҙерергә тейеш ине, әммә тамашасы уны сәхнәлә күрмәне... Сәбәбе бик ябай: был ваҡытта Земфира Мәскәүҙә, илдең иң абруйлы гүзәллек бәйгеләренең береһе – “Мисс Рәсәй-2018” конкурсына әҙерләнә ине. Сараның кимәлен күҙаллау өсөн ошо һандарҙы атау ҙа етә: йыл һайын был бәйгелә ҡатнашырға 60 мең ҡыҙ теләк белдерә, улар араһынан 50 финалсы һайлап алына. Земфира – шулар исемлегендә.
Ул – Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Ғаиләлә – һигеҙенсе бала, бер апаһы, алты ағаһы бар. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында тыуып үҫкән. “Һылыуҡай-2017” конкурсында Гран-при яулауҙан тыш, Тыва Республикаһында “Мисс Азия” халыҡ-ара бәйгеһендә лә еңде, Сочи ҡалаһында Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашты.
“Мисс Рәсәй-2018” бәйгеһенең финалында яҡташыбыҙ 50 һылыуҡай араһынан һайлап алынды. Гәүһәр таштарҙан биҙәлгән тажды яулай алмаһа ла, Земфира конкурста ойошторолған башҡа сараларҙа һынатманы, ул башҡорт милли костюмын илдең иң яҡшы кейем өлгөһө тип танытты.