ЙЫЛ ПОЧТА БҮЛЕКСӘҺЕ! Ишембайҙар – рухлы халыҡ25.12.2018
Шатлығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ: киләһе ярты йыллыҡта Ишембай районында “Башҡортостан” гәзитен биш йөҙҙән ашыу кеше уҡыясаҡ.

Шул уҡ ваҡытта, сер түгел, гәзиткә яҙылыуҙы дөрөҫ ойоштора белеүҙән дә күп нәмә тора. Кешеләрҙе дәртләндереү, йәһәтләү, матбуғаттың мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, ә рухи күпер булыуын төшөндөрөү һымаҡ ҙур эштәрҙе башҡарған етәкселәр, урындағы почтамт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙ ҙур. Бигерәк тә оҙаҡ йылдар баҫмабыҙҙың айырылмаҫ дуҫтары булып ҡалған Этҡол ауыл биләмәһенең эше баһалап бөткөһөҙ. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпованың ойоштороу һәләтенә бәйле был алдынғылыҡ.

Ошо биләмәнең Ураҙбай ауылы халҡын хеҙмәтләндергән почтальон тураһында айырым әйтеп үтке килә. Лилиә Дәүләтҡолова ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауыл халҡының ихтирамын яулап өлгөргән, ураҙбайҙарҙың рухи донъяһын байытып, тырышып гәзиткә яҙылырға өндәй. “Почтальон гәзит-хат өләшеү менән генә сикләнмәй, кәрәк саҡта кәңәшсе лә, ярҙамсы ла”, — тип маҡтай ауыл халҡы үҙен.

Ғөмүмән, дөйөм район кимәлендә лә почта хеҙмәте бында яҡшы эшләй. Почтамт начальнигы Альберт Юлмөхәмәтов, матбуғатҡа яҙылыу бүлеген етәкләгән Инира Төхвәтуллина эшкә мөкиббән бирелгән. Ҡайһы бер районда биш йөҙ дананың ун проценты ла йыйылмаған ваҡытта Ишембай районы ҙур күрһәткестәргә өлгәшә. Башҡа мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү менән бер юлы матбуғат яҙмышына ла битараф булмаған район хакимиәте башлығы Марат Ғайсиндың хеҙмәте был тәңгәлдә оло ихтирамға лайыҡ.


Вернуться назад